

Ике меңенсе йылдарҙың башында башҡорт эстрадаһында бер нисә тиҫтә төркөм барлыҡҡа килде. Ваҡыт үтеү менән уларҙың ҡайһы берҙәре тарҡалды. Ә бынан утыҙ йыл элек ябай ауыл мәҙәниәт йортонда Әбйәлил районының Хәлил ауылы йәштәре һәм үҫмерҙәре тарафынан төҙөлгән “Етегән” төркөмө әле һаман да балҡый.
Төркөмдөң барлыҡҡа килеүендә ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Яхъя Ҡаҙаҡбаевтың өлөшө ҙур. Алдан Римма Амангилдина, Таһир Илһамов кеүек республикала билдәле артистарға тәүге аҙымдар яһарға ярҙам иткән кеше ул Яхъя Ғилметдин улы. Илдар Ғәлимовтың һәләтен күреп: “Һинән яҡшы гитарист сығасаҡ”, – тип әйтә. Был һүҙ үҫмерҙе ҡанатландырып ебәрә. Тиҙҙән бейеүселәр, ҡурайсылар, вокаль инструменталь ансамблдәре төҙөлә. Ошо сараларҙың уртаһында ҡайнап үҫкән Илдар әрменән ҡайтҡас та был эшкә ныҡлап тотона. Тиҙҙән, төрлө музыка ҡоралдарында уйнай белгән, йырларға әүәҫ йәштәр йыйылып, “Аҡ юл” тигән төркөм барлыҡҡа килә. Унда Илдарҙың ҡустыһы Радик Шәмсетдинов менән йырсы Рәзиф Килдейәров инә. Унан уларға Илдарҙың һеңлеһе Гөлфиә Мусина, ошо уҡ мәҙәниәт йортоноң бейеү ансамбле етәксеһе Нәйлә Әлимғужина, Дилә Килдейәрова, Сәлиә Мөхәмәтғәлина, Заһит Ғәбитов килеп ҡушыла. Көн дә репетициялар башлана. Илдар үҙе синтезатор һатып ала, йырҙарҙың шиғырын да, көйөн дә үҙе яҙа. Был ваҡытта Заһит менән Сәлиә Сибайҙа гимназияла ғына уҡып йөрөйҙәр. Бәләкәй автобус, компьютер һатып алғас, яҡын тирәләге райондар буйлап гастролдәргә сығып китәләр. Йырҙарҙы өйҙә яҙҙыралар. Һәр ауылда тиерлек концерт ҡуйған йәштәрҙең йәйе шулай үтә. Әлеге мәлдә лә популяр “Һин китмә”, “Миләштәр”, “Миңлеғәле Шайморатов” кеүектәрен Илдар Ғәлимов үҙе ижад итһә, “Темәс”, “Айфара”, “Дәрүишхан” кеүек төркөмдәрҙең репертуарынан да уларҙың рөхсәте менән йырҙар алалар. Шулай уҡ ауылдаштары араһында һәүәҫкәр таланттар яҙған йырҙар ҙа тулыландыра.
Сибайҙа профессиональ кимәлдә өс йыр яҙҙыртып алғас, “Юлдаш” радиоһына бирәләр. Тик унда ауылдың һәүәҫкәр йәштәренең йырҙарын халыҡ хөкөмөнә сығарырға ашыҡмайҙар. “Күстәнәс” тапшырыуында Рөстәм Ғиззәтуллин уларҙың йырҙарын күреп ҡала һәм, премьера булараҡ иғлан итеп, эфир мәлендә ҡуя. Халыҡ яратып ҡабул итә һәм “Етегән”дәрҙең, ниһайәт, йондоҙло сәғәттәре һуға. Бығаса Урал аръяғы райондары халҡы ғына күреп белгән “Етегән”де “Йәшлек-шоу”ға саҡыралар. Бында 30 йылға яҡын ҡолаҡта сыңлап торған “Һин китмә” йыры менән “Өмөт” номинацияһына эйә булалар. Тиҙҙән концерттарға саҡырыуҙар башлана. Республиканың төрлө төбәгендә үҙҙәре менән бер ваҡыттараҡ барлыҡҡа килгән “Асман” кеүек төркөмдәр, Фәнис Солтанғоловтар менән бергә йөрөй башлайҙар. Радио-телевидениеға әйҙүкләйҙәр.
Әлбиттә, Өфө берәүҙе лә ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алмай. Күп ваҡыт баш ҡалаға иртә таңдан поезд менән килеп төшәләр ҙә эш ваҡыты башланғансы вокзалда серем итеп алалар. Өфөлә уҡып йөрөүсе яҡташтары, дуҫтары ла ярҙам итә. Улар йәшәгән дөйөм ятаҡтың бер мөйөшөндә “Етегән”дәргә лә урын табыла. Артистар араһында ла башта ауыл йәштәренә көлөп ҡараусылар, уларҙы һанға һуҡмаҫҡа маташыусылар ҙа була. Ундайҙарға бөтөнләй иғтибар итмәй, алға ынтылалар, тамашасыһын яңынан-яңы йырҙары менән һөйөндөрәләр.
Ул осорҙа күпләп тыңлаһындар һәм белһендәр өсөн кассета сығарыу мөһим ине. “Моң” студияһында ун ике йырҙан торған “Һин китмә” тигән тәүге альбомдары донъя күрә һәм тиҙ арала таралып та бөтә. Популярлыҡ яулаған был төркөмдөң кассетаһының күсермәһен эшләп һатыусылар ҙа табыла. Был ваҡытта Сәлиә Мөхәмәтғәлина төркөмдән китә, уның урынына Илдар Ғәлимовтың буласаҡ кәләше Нәркизә килә. Заһит Ғәбитов Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлай, армияға барып ил алдындағы хәрби бурысын үтәй. Әбйәлил район мәҙәниәт йортона эшкә урынлаша. Ә Илдар Ғәлимов Магнитогорск ҡалаһында янғын хәүефһеҙлегендә ҡотҡарыусы булып эшләй, Нәркизә менән ошо ҡалала төпләнәләр. Төркөм йәйге отпуск мәлдәрендә генә күрешеп, гастролдәргә сығырға форсат таба башлай. Тәүге кассеталары сығыуға ике йыл үткәс, “Һин генә” тигән компакт-дисктары донъя күрә. Был яңы ижад емештәрен дә халыҡ ярата. Әммә тормош үҙенекен итә. Тиҙ үҙгәрешле заманда сәхнәгә сығыр өсөн күп сығым һәм көс һалырға кәрәклеген дә яҡшы аңлайҙар. Хитҡа әйләнеп барған “Мөхәббәт” йырын тамашасыға тәҡдим иткәндә улар “Етегән” төркөмөнөң һуңғы йырҙарының береһе икәнлеге хаҡында әйтәләр.
2020 йылдарҙа Заһит Ғәбитов телеүҙәккә эш менән килә. Шунда Риф Арыҫлан халыҡтың һаман да уларҙың йырҙарын эфир аша яңғыратыуҙарын һорауҙары хаҡында әйтә. Шундай өмөтлө, үҙенсәлекле төркөмдөң ижады ретро йырҙар рәтенә кереүенең үкенесле булыуын да белдерә. Билдәле композиторҙың әйткәндәре Заһит Ғәбитовтың күңелендә быҫҡып ҡына ятҡан ҡуҙға көс өҫтәгәндәй була. Ә “Юлдаш плюс”тың концертына уларҙы саҡырғас, бындай мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәклеге хаҡында Ғәбитовтарға ла әйтә. Һиҙемләүе раҫҡа сыға, “Мөхәббәт” йыры менән “Йыл тренды” номинацияһын алып ҡайталар. Ғөмүмән, уларҙың сығышы сараның бер биҙәге, матур яңылығы булып һанала. Артабан дәртләнеп эшкә тотонор өсөн интернетта таралған бер яҙма ла сәбәпсе була. “Мөхәббәт” йырының өҙөгөн бер урыҫ егете социаль селтәргә һала. Тиҙҙән төрлө милләт, төрлө ил кешеләре ошо йырға бейеп видеолар ҡуя. Ҡараусыларҙың һаны биш-алты миллионға еткәнлеген күргәс, үҙҙәре лә шаҡ ҡата, йырҙың тәржемәһен һорап яҙыусылар ҙа табыла. Үҙҙәрен икенсе тапҡыр сәхнәгә сығарған был йырға “Етегән”дәр рәхмәтле.
– Ысын хит ул – ғүмерлек, – ти Илдар Ғәлимов. Ябай ғына, тормошсан сағыштырыуҙар, символик образдар менән ҡулланылып ижад ителгән йырҙар халыҡтың күңеленә уйылып ҡала. Бөгөн ретро йырҙарҙың ҡабаттан популярлыҡ яулай барыуы ла шуға ишара. Йәнә ихласлыҡ тураһында ла онотмаҫҡа кәрәк.
Бөгөн “Етегән” төркөмө “Тик һин” тигән йыйынтыҡты тамашасы хөкөмөнә сығарған. “Шаян ҡыҙ”, “Мөхәббәт” кеүек биш йырға мини-сериал клиптар төшөргән. Асҡарҙа үҙҙәренең студияһы бар. Халыҡҡа сифатлы, матур тамаша күрһәтеү өсөн шәхси музыкаль аппаратураһы һәм яҡтылыҡ системаһы бар. Был төрлө урында юғары кимәлдәге концерт-шоуҙар ойошторорға ярҙам итә. Төркөмдә яңы һәләттәр һәм көстәр ҙә килеп ҡушыла. Илмир Үҙәнбаев – танылған композитор һәм тауыш режиссеры. Йырҙарҙың заманса аранжировкаһы, сәхнәләге тауыштың сифаты өсөн яуап бирә. Арсен Шәғәлин – биҙәлеш операторы. Концертты сағыу визуаль шоуға әйләндереү өҫтөндә эшләй.
– Оҙайлы паузанан һуң, яңы көс туплап сәхнәгә сығыу – беҙҙең өсөн файҙаға ғына булды, – ти Заһит Ғәбитов. – Бөгөн ике ҡат алмаш кейем менән, бер микрофон тотоп ҡына сәхнәгә сығып булмай. Заман шуны талап итә, һәр нәмәгә иғтибар итергә, ентекле әҙерләнергә кәрәк. Яңы йыр сыҡҡас, уны өйҙә лә, юлда ла, урамда ла тыңлап, яңғырашын, тыңлаусыға тәьҫир көсөн тикшереп ҡарайым. Минең менән бергә бишәр йәшлек ике улым да быға өйрәнеп киттеләр. Ятлап алып ауыҙ эсенән көйләп йөрөһәләр, тимәк, был йыр ҙа халыҡтың күңелендә урын аласаҡ, тип һығымта яһап ҡуям. Ғөмүмән, быуындар бәйләнеше сылбыры беҙҙең ижад аша тапшырыла килә икән, төп маҡсатыбыҙға ирешкәнбеҙ тигәнде аңлата. Концерттарға йәштәр ҙә, етмеш йәшлек ағай-апайҙар ҙа килә. “Һеҙ беҙҙе йәшлегебеҙгә алып ҡайттығыҙ, рәхмәт!” – тиҙәр оло быуын хушлашҡанда.
Бөгөн егерме биш йыллыҡ тарихы, үҙ йүнәлеше булған, репертуарында иллеләп йырҙы тамашасыһына еткергән “Етегән”дәрҙе төрлө сараларҙа күрергә мөмкин. Төрлө урындарҙағы саҡырыуҙарҙан да баш тартмайҙар. Патриотик йырҙары менән МХО-лағы яугирҙәребеҙҙе рухландыралар, ылау йыйыуҙа һәм уны яу яланына оҙатыуға ла үҙ өлөштәрен индерәләр. Халҡы, туған теленең мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән һәм уны һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған төркөм ағзалары ара йыраҡлығына, хаҡына ла ҡарап тормай. Тик ауылдарҙа халыҡтың күҙгә күренеп кәмеүе сәбәпле, элекке кеүек айырым йөрөп концерт ҡуйыу мөмкинселеге булмауы хаҡында борсола улар. Ә район үҙәгенә һәр теләгән тамашасы килә алмай, ә ауылдарҙа егерме-утыҙ кеше өсөн концерт ҡуйып булмай.
– Күп сәхнә кешеләре, ауыл ерендә йәшәп йырсы булып булмай, тигән фекерҙә – ти Нәркизә. – Мотлаҡ Өфөгә китергә, йә булмаһа, сит республикаларҙа бәхет эҙләп йөрөргә кәрәк, тигәндәре менән килешмәйем. Йәнә карьера тип ваҡытында ғаилә ҡороуҙан, ата-әсәй булыуҙан да йәштәр баш тартмаһын ине. Барыһына ла өлгөрөргә тырыштыҡ. Ижади пауза – ун йыл арауыҡ эсендә балалар тәрбиәләп тә, яңы бейеклектәргә күтәрелергә көс тә тупланыҡ. Башҡорт эстрадаһында ауылдан сығып, ауылда ҡалған берҙән-бер төркөм булып та ҡалдыҡ.
Эйе, “Етегән” дә тамашасыларҙы һөйөндөрөп, күңелдәребеҙҙе балҡыта.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.
Әбйәлил районы.