Шоңҡар
+2 °С
Облачно
Мәҙәниәт
3 Октября , 07:50

Фирүзә Париж ҡайҙа юғалды?

Театрҙа ла, эстрада ла уңышлы эшләгән артисты быға  нимә мәжбүр иткән? 

Добавить в предпочтительные источники Google
Фирүзә Париж ҡайҙа юғалды?Фирүзә Париж ҡайҙа юғалды?
Фирүзә Париж ҡайҙа юғалды?

Бөгөн Фирүзә Париж Польшала йәшәй.  "Башинформ"ға биргән әңгәмәһендә, үҙенең сит илгә китеү сәбәбен йырсы былай тип аңлата. "Сәнғәт институтын тамамлағас, Өфөнән бер ҡыҙ кейәүгә сыҡты ла Германияға китте. Ул ваҡытта донъяла барыһы ла сағыштырмаса тыныс ине, һәм мин дә сәйәхәт итергә, донъяны асырға, телдәрҙе өйрәнергә, ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышырға теләнем. Мин китергә йыйынам, әммә  ағайым туҡтатты. Ул: "һинең бында ролдәрең, спектаклдәрең бар бит. Тап шул ваҡытта мин М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында Нәркәсте уйнаным, спектакль ҙур уңыш менән барҙы, башҡа ролдәр ҙә күп булды, һәм мин барманым. Әммә 2017 йылда театрҙан эштән киттем, сөнки эшкә ҡыҙыҡһыныуымды юғалттым. Ә мин шундай кеше: ҡыҙыҡһынмаһам, үҙемде мәжбүр итергә теләмәйем. 

Башта  Барселонаға барырға ниәтләндем, әммә ковид пандемияһы башланды. Бөтә сиктәр яңынан асылғас ҡына, 2021 йылда киттем".

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас