Шоңҡар
+1 °С
Облачно
Мәҙәниәт
5 Октября , 17:25

Владимир Стаценко: «Абушахманов исеме - хәҙер бренд"

Грозный ҡалаһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектаклен тәҡдим итте. Тамашанан һуң спектакль театр белгестәре тарафынан юғары баһа алды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Владимир Стаценко: «Абушахманов исеме - хәҙер бренд"Владимир Стаценко: «Абушахманов исеме - хәҙер бренд"
Владимир Стаценко: «Абушахманов исеме - хәҙер бренд"

«Федерация» фестивалендә Башҡорт академия драма театры !

 

Грозный ҡалаһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектаклен тәҡдим итте. Тамашанан һуң спектакль театр белгестәре тарафынан юғары баһа алды.

 

Владимир Стаценко: «Абушахманов исеме - хәҙер бренд, режиссёрҙан да ҙурыраҡ төшөнсә. Милли театрҙар араһында Башҡорт драма театры дөрөҫ йүнәлештә үҫешә».

 

Елена Дунаева башҡорт театрының ҡатмарлы темаға мөрәжәғәт итеп, һуғыш тураһында үҙенсәлекле спектакль сығарыуға өлгәшеүен, авторҙың хеҙмәтен һәм артистарҙың көслө сығышын билдәләне.

 

Ярослав Седов: «Спектакль тамашасы күңелен тетрәндерҙе, илатты. Төп ролде башҡарыусы актриса Илгизә Ғилманова уйыны сәхнә сәнғәте өлгөһөнә тиң».

 

Нина Монова спектаклде бер мөхәббәт тарихы аша һуғыштың ҡот осҡос асылын сағылдырған «теүәл, бөтөн ижад емеше» тип баһаланы.

 

Екатерина Морозова: «Башҡорт рухы ярылып ятһа ла, спектакль дөйөм кешелек ҡиммәттәре хаҡында».

 

Леонид Алимов театрҙың һуғыш тураһында тетрәндергес тарихты ҡоралһыҙ тыуҙыра алыуын телгә алып, труппаға йылы рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

 

Искәндәр Сакаев: «Спектакль ҡарағанда Башҡортостан өсөн ғорурланып, театр сәнғәтенең юғары көсөн, мәғәнәһен тойҙом».

 

Был һүҙҙәр — беҙҙең спектакль, беҙҙең труппа, беҙҙең милли театр тураһында.

 

«Федерация» фестиваленә — осрашыу өсөн, Грозный тамашасыһына йылы ҡабул итеү өсөн рәхмәт!

 

Башҡорт драма театры менән ғорурланабыҙ!

Владимир Стаценко: «Абушахманов исеме - хәҙер бренд"
Владимир Стаценко: «Абушахманов исеме - хәҙер бренд"
Владимир Стаценко: «Абушахманов исеме - хәҙер бренд"
Владимир Стаценко: «Абушахманов исеме - хәҙер бренд"
Владимир Стаценко: «Абушахманов исеме - хәҙер бренд"
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас