Шоңҡар
+1 °С
Ясно
Мәҙәниәт
9 Октября , 15:40

Белорет районы башлығы көтмәгәндә айыуға тап булған

Ул көтөлмәгән осрашыу хаҡында социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Белорет районы башлығы көтмәгәндә айыуға тап булғанБелорет районы башлығы көтмәгәндә айыуға тап булған
Белорет районы башлығы көтмәгәндә айыуға тап булған

Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов Үрге Әүжәнгә эш сәфәре мәлендә урман хужаһына — айыуға тап булған. Ул көтөлмәгән осрашыу хаҡында социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.

«Хәйерле көн, Белорет халҡы! Үрге Әүжәндә эш сәфәре барышында урман хужаһына тап булдым», — тип яҙған ул.

Азат Хәкимов үҙ яҙмаһында, «Башинформ» агентлығының материалына һылтанып, айыуҙар йылдам үрсеүе хаҡында белдерҙе. Әле республикала 2733 айыу иҫәпләнә — был 2025 йылға ҡарағанда күберәк. Әммә белгестәр уларҙың халыҡ өсөн ҡурҡыныс булмауын билдәләй. Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы был мәсьәләне контролдә тота һәм айыуҙар һанын көйләү буйынса эш алып бара. 

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ»

Инсаф Хужабирганов

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас