+1 °С
Облачно


27 ноябрҙә Өфөлә махсус хәрби операцияға арналған спектаклдәрҙең беренсе Республика театр конкурсы ойошторола. Был сара махсус хәрби операция темаһы өҫтөндә эшләгән һәүәҫкәр театр, студенттар, ижади коллективтарҙы берләштерә.
Конкурста ҡатнашыу өсөн 16 ноябргә тиклем teatr_rcnt@mail.ru электрон адресына ғариза ебәрергә кәрәк. Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.
Фотола: М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының «КЕШЕ БУЛЫП ҠАЛЫРҒА» спектакле күренеше.