

Олатайым Бөйөк Ватан һуғышында һаулығына ҙур зыян алыуы арҡаһында баҡыйлыҡҡа иртә күсә. Биш балалы ғаиләлә төпсөк малай булған атайым 10 йәшендә генә атайһыҙ ҡала. 5-се кластан уны Өфөләге 1-се интернат-мәктәпкә (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһы) уҡырға бирәләр. Унда ул Башҡортостандың буласаҡ халыҡ артисы, республиканың дәүләт ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Азат Айытҡолов менән бер класта уҡый. Атайым да ҡурайҙа оҫта уйнай һәм, әйткәндәй, әле лә башҡорт бейеүҙәрен бик матур бейей. Бала саҡтан сынығып, үҙаллы һәм тәртипле булып үҫә. Студент йылдарында бокс буйынса республика ярыштарында призер була.
Аҡса етешмәүе арҡаһында уҡыу менән бер рәттән эшләргә тура килеүе хаҡында атай беҙгә йыш һөйләй торғайны. Ауыл хужалығы институтында уҡығанда дуҫы менән курсташтарына заказ буйынса клёш салбарҙар тегеп һатыу итәләр. Ул йылдарҙа был модалы кейемгә һорау ҙур була. Ә беҙҙең ғаиләгә килгәндә, кейем яраттырыу буйынса бала саҡтан ҡыйынлыҡтар күрмәнек: атайым әсәйҙе теген машинаһына яҡын ебәрмәне тиерлек, үҙе ҡыҫҡартып, йә кәрәкһә өҫтәп тегеп оҙонайтып бирер ине.
Институтты тамамлағас, ул тыуған ауылы Хәлилгә ҡайтып оҙаҡ йылдар Киров исемендәге колхозда ветеринар табип булып эшләй. Тап шул осорҙа әсәйемде осрата ла инде. Уның да фельдшер булып эшләй башлаған ғына сағы. Шуныһы ҡыҙыҡ: мин әсәйем — табип, ә атайым мал табибы булған ғаиләлә үҫтем. Ҡалғаны күптәрҙеке кеүек: ғаилә, өс бала, уларҙың кесеһе — ошо юлдар авторы. 90-сы йылдарҙағы ваҡиғалар беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәне. Ниндәй ҡыйынлыҡтар аша үткәнде шул осор кешеләре иҫләйҙер, моғайын. Әммә мин бала инем һәм быны тойманым: беҙ мөхәббәтле татыу ғаиләлә, атай-әсәй хәстәрендә, йылы мөхиттә үҫтек. Ошо юлдарҙы яҙам һәм, ирекһеҙҙән, күҙҙәремә йәш килә: ваҡыт шул хәтлем тиҙ үтә…
Колхоз тарҡалып, атайым эшһеҙ ҡалғас, балыҡ тотоу менән етди шөғөлләнә башлаған йылдарҙы йыш иҫкә алам. Бәхеткә күрә, беҙҙең район күлдәргә бик бай. Атай мине йыш ҡына үҙе менән ярҙамсы итеп ала ине: кәмәне йыйып-һүтеү, ут яғыу, һ.б. Шул ваҡыттарҙан мин, ысынын әйткәндә, балыҡҡа һалҡын ҡарайым: беҙ уны тоҡлап тоттоҡ, ә бөтә был «байлыҡты» таҙартыу миңә йөкмәтелә ине. Ҡайһы ваҡыт иртәнән эңер төшкәнсе балыҡ таҙалай торғайным. Ул йылдарҙа минән һәр ваҡыт балыҡ еҫе килә ине кеүек һәм рационыбыҙ ҙа шуға ярашлы ине: балыҡ һурпаһы, ҡурылған балыҡ, бешерелгән балыҡ, балыҡ кәтлиттәре… Балыҡты балыҡҡа ҡушып ашаныҡ, ҡыҫҡаһы.
Бер үк ваҡытта беҙ ҙур хужалыҡ алып барҙыҡ: һыйырҙар, аттар, һарыҡтар, сусҡалар, ҡош-ҡорттоң бөтә төрҙәре, йәшелсә-емеш баҡсаһы һәм башҡа ауыл тормошона хас нәмәләр. Ғаиләлә бер кем дә бушты-бушҡа ауҙарып йөрөмәне. Атайым эш ҡушһа, мотивация ла бирә белде, беҙгә – өс улына бер ҡасан да ҡул күтәрмәне, әммә тәртип булдырыр өсөн бер ҡарашы етә ине. Ул өйҙә юҡта теҙген ныҡ бушап китһә, әсәйем, сараһыҙҙан, сыбыҡҡа үрелер ине. Их, кире ҡайтырға ине шул ғәмһеҙ, бер ҡайғыһыҙ саҡтарға!
Артабан инде атайыма күп йылдар район үҙәгенә йөрөп эшләргә тура килде. 2006 йыл, мин ул ваҡытта 11-се класта уҡый инем, Асҡарҙа йорт һалып ғаиләбеҙҙе күсереп алып китте. Ул ваҡытта әсәйем «Тиҙ ярҙам» хеҙмәтендә фельдшер, ә атайым ветстанцияла ветеринар булып эшләй ине. Һуңыраҡ уны ветеринар хеҙмәткә етәксе итеп ҡуйҙылар. Хеҙмәт йылдарының аҙағында ул район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары булып эшләне, шунан пенсияға сыҡты. Уның иҫәбендә күп кенә дәүләт наградалары һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән юғары исем дә бар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош гелән ал да гөл генә түгел. 2017 йылда ҡапыл әсәйебеҙ вафат булды. Башҡаларҙың ғүмерен ҡотҡарырға ашыҡҡанда «Тиҙ ярҙам» машинаһында мәрткә китеп башҡаса аңына килмәне. Миңә ул көндәрҙе хәҙер ҙә иҫкә төшөрөүе еңел түгел. Юғалтыу ҡайғыһы йылдар үткәс тә баҫылмай икән. Шулай ҙа атайыма рәхмәт әйтер өсөн яҙам. Быны оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән иң яҡын кешеһен, үҙ терәген, юғалтҡандар ғына аңлайҙыр тип уйлайым...
Беҙҙең атай бөгөн 71 йәшендә лә буш ултырмай. Һаҡсы булып эшләй, ҙур хужалыҡ алып бара, йәшелсә, тиҫтәләрсә сортлы емеш-еләк баҡсаһы тота.
Профессиональ рәүештә умартасылыҡ менән шөғөлләнә, әле лә балыҡ тоторға ярата. Йәйен-ҡышын балыҡҡа йөрөй. Байрамдарға бәлештәр һәм торттар бешерә, шифалы үләндәр һәм бәшмәктәр йыя, уларҙан дарыуҙар әҙерләй. Минең өсөн ул тере энциклопедия кеүек. Интернет, яһалма зиһен заманында телефонға күберәк һалынһаҡ та, мин күпселек әйберҙе ғәҙәт буйынса атайымдан һорашам. Ул һәр ваҡыт ихлас аңлата, күрһәтә, аҡыллы кәңәштәрен бирә.
Ваҡыт үтеү менән атай абруйы икенсе планға күсә тип әйткәндәрен ишеткәнем бар, тик минең осраҡта улай түгел. Мин атайыма таяныуҙан, уға һоҡланыуҙан һис туҡтамайым. Тормошомда шундай яҡын кешем — яратҡан атайым булғаны өсөн Аллаһы Тәғәләгә мең рәхмәтлемен! Рәхмәт, атай, Атайҙар көнө менән һине!
Азат Дәүләтов.
Өфө ҡалаһы.