

Венера Рәхмәтуллинаны күптәр Бөрйән районында тыуып үҫкән тип уйлай, ә ысынында ул сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. Ә бала сағы, ысынлап та, Бөрйәндә үткән, Иҫке Монасип урта мәктәбен тамамлағас, ҡыҙ сәнғәт йүнәлешендә үҫеү маҡсатында Өфөгә юлланған.
Талант эйәһе Венера “Сәғиҙә бәйете”, “Кәмәлекәй”, “Зөлхәбирә”, “Сәлимәкәй”, “Былбылым” кеүек халыҡ йырҙары, “”Йылы көтәм”, “Аҙашҡан ҡарҙар”, “Буран”, “Алтын балдаҡ” кеүек дәртле йырҙары менән танылды. Хәйер, ижадсы башҡарған һәр йырҙы тамашасылар гел көслө алҡыштарға күмә. Ә инде уның ире, ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рушан Биктимеров менән бергә сәхнәгә сығыуы – үҙе бер биҙәк.
Венера Рәхмәтуллинаны ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ, артабан да ижади үрҙәр яулауын теләйбеҙ.