Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Файҙалы кәңәштәр
17 Март 2022, 14:38

Өйҙә зыянлы әйберҙәр етерлек

Эксперттар әйтеүенсә, көнкүрештәге әйберҙәрҙең дә сәләмәтлек өсөн зарарлы булыуы ихтимал.

Өйҙә зыянлы әйберҙәр етерлекӨйҙә зыянлы әйберҙәр етерлек
Өйҙә зыянлы әйберҙәр етерлек

Эксперттар әйтеүенсә, көнкүрештәге әйберҙәрҙең дә сәләмәтлек өсөн зарарлы булыуы ихтимал. Тәүге урында дезодоранттар тора. Уларҙың составына парабендар инә. Был берләшмәләрҙең хәүефе тулыһынса иҫбатланмаһа ла, ҡайһы бер тикшеренеүҙәр уларҙың организмда тупланыу һәләтен раҫлай.
Татуировкалар һәм сәс буяуҙары ла хәүефле булыуы мөмкин. Татуировка яһатҡан кешеләрҙә йыш ҡына меланома күҙәтелә, буяуҙарҙа кобальт һәм алюмин булыуы тирелә яман шеште ҡуҙғытыуы ихтимал.
Тырнаҡ буяу өсөн ҡулланылған лактар ҙа хәүефле, ти белгестәр. Уларҙың составында ағыулы толуол, формальдегид, дибутилфталат бар.
Пластик һәм тефлон менән ҡапланған һауыт-һаба ла һаулыҡ өсөн зарарлы, тип иҫкәртә табиптар. Пластик һауытты йылытҡанда ағыулы матдәләр бүленеп сыға. Төҙөлөштә ҡулланылған материалдарҙа сәләмәтлек өсөн зыянлы радон һәм асбест бар.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас