+21 °С
Болотло


Синтетик мамыҡтан яһалған мендәр 1-2 йыл ғына файҙаланырға яраҡлы. Ҡош-ҡорт мамығынан яһалғандары күпкә сыҙамлыраҡ. Мендәрҙәрҙе ваҡытында яңыртырға кәңәш ителә, сөнки улар туҙан, һәләк булған тире күҙәнәктәре һәм тире майын һеңдерә.
Гигиена белгестәре белдереүенсә, бер үк мендәрҙе ике йыл файҙаланғандан һуң уның ауырлығының 10 процентын һәләк булған туҙан талпандары һәм тире күҙәнәктәре тәшкил итә. Эксперттар шулай уҡ юрған һәм мендәрҙәрҙе айына бер тапкырҙан да аҙыраҡ йыумаҫҡа кәңәш итәләр.