+21 °С
Болотло


Гөлдәрегеҙ матур, сәләмәт булһын тиһәгеҙ, хаталарҙы төҙәтергә кәрәк. Сәбәптәре бер нисә төрлө булырға мөмкин. Артыҡ күп һыу һибеүҙән сәскә төбөнә минераль матдәләр, тоҙҙар ултыра. Дымлы тупраҡта бәшмәктәр ҙә тиҙ үрсей. Бындай ер ағарып ҡына ҡалмай, әсей, боҙола.
Һыу ҡаты йә иһә хлорлы булған осраҡта ла тупраҡ ағара. Гөл һауыты артыҡ ҙур һәм өйҙә дымлылыҡ аҙ булып, һыуҙы аҙ һипкәндә лә тупраҡҡа тоҙҙар ултыра.
Гөлдө икенсе һауытҡа күсергәндә элеккеһенән 2—3 сантиметрға яҫыраҡ һәм 4 сантиметрға тәрәнерәк һауыт алырға кәрәк.