Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Файҙалы кәңәштәр
2 Апрель 2022, 02:15

Сәхәр ашау һәм ауыҙ асыу тәртибе

Рамаҙан айында сәхәр ашауҙа бик күп сауаптар барҙыр: Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйтте: «Сәхәр ашағыҙ, сәхәр ашауҙа бәрәкәттәр үә сауаптар барҙыр, сөнки ураҙа тотоу ниәте менән ашау үә эсеү – ғибәҙҙәттер».

Сәхәр ашау һәм ауыҙ асыу тәртибеСәхәр ашау һәм ауыҙ асыу тәртибе
Сәхәр ашау һәм ауыҙ асыу тәртибе

Рамаҙан айында сәхәр ашауҙа бик күп сауаптар барҙыр: Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйтте: «Сәхәр ашағыҙ, сәхәр ашауҙа бәрәкәттәр үә сауаптар барҙыр, сөнки ураҙа тотоу ниәте менән ашау үә эсеү – ғибәҙҙәттер». Ғүмәр (радыҙаллаһу ғәнһү) әйтте: Сәхәр ашаусыларға Алллаһ Тәғәлә рәхмәтен бирер һәм фәрештәләр доға ҡылыр: «Йә, Раббым! Был сәхәр ашаған кешеләрҙең гонаһларын ярлыҡа», — тип».Иртәнге ашау-эсеүҙе ҡояш сыҡҡансы 2 сәғәт алдан тамамларға кәрәк. Сәхәр тамам булғандан һуң, ошо доға уҡылыр: Нәүвәйтү ән әсуумә саумә шәһри Рамәдаанә минәл фәҗри иләл мәгъриби халисан лилләһи Тәғәәләә.(Мәғәнәһе: "Ниәт ҡылдым Рамаҙан айы ураҙаһын тоторға, таң ваҡытынан башлап ҡояш байығансы, ихластан Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн").Ауыҙ асыу тәртибе.Ҡояш байығас, "Бисмилләһиррахмәниррахим" тиеп татлы емеш йәки икмәк ҡабып, йә иһә бер нисә йотом һыу менән ауыҙ асыла,йәғни был көндөң ураҙаһы тамамлана. Шунан һуң ауыҙ асыу доғаһы уҡыла:Аллааһүммә ләкә сумту үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡыкә әфтартү фәғфирлии йәә ғаффәәрү мә ҡаддәмтү үә мәә әххартү(Мәғәнәһе: "Йә, Аллаһ, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом үә мин һиңә генә иман килтерҙем, үә һиңә тәүәккәл ҡылдым, үә һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа..."

Фото асыҡ сығанаҡтан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас