Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Файҙалы кәңәштәр
10 Апрель 2022, 13:43

Ниндәй гөлдәрҙе өйҙә тоторға ярамай?

Тәҙрә төбөндә ултырған гөлдәр өйгә йәм биреп кенә ҡалмайынса, ағыу "сәсеп" тә ултырырға мөмкин икән.

Ниндәй гөлдәрҙе өйҙә тоторға ярамай?Ниндәй гөлдәрҙе өйҙә тоторға ярамай?
Ниндәй гөлдәрҙе өйҙә тоторға ярамай?

Тәҙрә төбөндә ултырған гөлдәр өйгә йәм биреп кенә ҡалмайынса, ағыу "сәсеп" тә ултырырға мөмкин икән.
Бөтә гөлдө лә өйҙә үҫтерергә мөмкин, әммә бик иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки уларҙың ҡайһы берҙәрендә ағыулы һут бар. Бесәй, эттәр уларҙы сәйнәп, зыян күрергә мөмкин. Балаларға ҡағыла был.
Ағыулы гөлдәр: монстера, алоказия, диффенбахия. Уларҙың һуты ҡурҡыныс. Балалар яңылыш ҡына өҙөп алһалар, бармаҡтарын яндырырыуы ихтимал. Шуға ла уларҙы өҫкө кәштәләрҙә тоталар.
Йоҡо бүлмәһенә "ауыр", көслө хуш еҫле гөлдәр ҡуймағыҙ, сөнки уларҙан баш ауырта. Әйтәйек, бик күптәр яратҡан орхидеяны.
Ҡояш төшә торған тәҙрә төптәрендә урын ҡалмаһа, ҡайһы бер гөлдәрҙе күләгә төшкән ергә ҡуйһағыҙ ҙа була. Был гөлдәр күләгәлә ултыраһа ла, сыҙамлы. Хәҙер бигерәк тә модала булған сансевиерия (ҡайһы бер төрҙәре), монстера, филодендрон, циндао кеүек гөлдәр шундайҙарға инә.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас