Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Апрель 2022, 10:35

Балаларға аҡса алыу өсөн

Бала Рәсәй гражданы булырға, ул даими рәүештә Рәсәй биләмәһендә йәшәргә, ә ғаиләнең килеме йән башына төбәк йәшәү минимумы дәүмәленән артмаҫҡа тейеш.

Балаларға аҡса алыу өсөн
Балаларға аҡса алыу өсөн

1 майҙан 8-17 йәшлек балаларға айлыҡ түләүгә ғариза бирергә мөмкин — Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы

1 майҙан 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаға айлыҡ түләүгә ғаризалар ҡабул ителә башлай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин социаль ярҙамға мохтаждарға ярҙам итеү өсөн 8-17 йәшлек балалары булған ғаиләләргә 1 апрелдән айлыҡ түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны.

Бала Рәсәй гражданы булырға, ул даими рәүештә Рәсәй биләмәһендә йәшәргә, ә ғаиләнең килеме йән башына төбәк йәшәү минимумы дәүмәленән артмаҫҡа тейеш.

Түләүҙең күләме - бала өсөн йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100 проценты. Пособиеның төп күләме - бала өсөн йәшәү минимумының яртыһы.

Әгәр балаға төбәк йәшәү минимумының 50 проценты күләмендә пособие тәғәйенләгәндә ғаиләнең йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан аҙыраҡ булһа, пособие балаға төбәк йәшәү минимумының 75 проценты күләмендә билдәләнә.

📣«Май айында пособие юллағанда аҡса апрель өсөн дә күсерелә, - тип белдерҙеләр Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында. - Пособиеға ғаризаны 2022 йылдың 1 майынан Дәүләт хеҙмәттәре аша йәки шәхсән тапшырырға мөмкин. Социаль ярҙам сараһы Пенсия фонды йүнәлеше буйынса бирелә».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 8-17 йәшлек балалары булған ғаиләләргә түләүҙәр өсөн 505 миллиард һум бүленде.

Фото: banki.jainux.net

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: