Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
20 Апрель 2022, 15:14

Оҙон ғүмерле булғың килһә

"Бәйге" һәм "Батырфест" башҡорт бәйгеләре старттарының төп судьяһы, Башҡортостандың Мас-рестлинг федерацияһы президенты Раил Бикмаев "Башҡортостанда оҙон ғүмерлелектең видеодәрестәре" проектын тәҡдим итә. 

Оҙон ғүмерле булғың килһә
Оҙон ғүмерле булғың килһә

"Яңы проект 55 йәшен үткәндәр өсөн бағышланған. Өлкәндәр быуындар һығылмалығы кәмеүгә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы насар эшләүгә зарлана. Беҙ уларға ярҙам итергә теләйбеҙ һәм күнекмәләр тәҡдим итәбеҙ" -  ти программа авторы Раил Бикмаев. 

Проекттың төп маҡсаты - өй шарттарында шөғөлләнә алған өлкән йәштәгеләр өсөн тренер етәкселегендә физик әҙерлек күнекмәләре комплексын булдырыу. Күнекмәләр комплексы проектта ҡатнашыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып эшләнгән. Был сара оло йәштәгеләрҙе социалләштереү кимәлен күтәрергә, уларҙың физик әҙерлек менән шөғөлләнергә теләген нығытыуға йүнәлтелгән. 

Дәрестәр Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында иртәнге сәғәттәрҙә күрһәтелә. Проект сиктәрендә "ҡыҙыу линия" эшләйәсәк. Дәрестәргә кәмендә 1000 кеше йәлеп итеү күҙаллана. 

Проект Президент гранттары фонды һәм республиканың Спорт министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла. 

 

Фото  -  асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас: