Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бәпембәнең шифаһы күп

Уның һуты ҡан составын яҡшырта, бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙҙәре өсөн файҙалы, тештәрҙе нығыта. 

Бәпембәнең шифаһы күп
Бәпембәнең шифаһы күп

Һут яһау өсөн бәпембәнең йәш япраҡтарын һут һыҡҡыс аша үткәрергә кәрәк. 1 стакан һутты 4-кә бүлеп, ашар алдынан 10-15 минут ҡала эсергә. Тик уны көнөндә генә яһап эсергә кәңәш ителә.

Бәпембәнең тамыры ла файҙалы. Уны файҙаланыу өсөн йыуып, турап, һүрәнке мейестә 20-30 минут киптерергә. Аҙаҡ кәһеүә онтағыс аша үткәреп, порошок эшләргә. 1 стакан ҡайнаған һыуға 1-2 аш ҡалағы бәпембә тамыры порошогы һалып, көнөнә ике тапҡыр эсергә. Бындай кофе аллергиянан ҡотҡара, хәтерҙе яҡшырта, бауырҙы дауалай.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: