Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Астма тыныңды ҡыҫһа...

Астма кешегә тулы тормош алып барырға ҡамасаулаһа ла, оҙаҡ йәшәүселәр байтаҡ.

Астма тыныңды ҡыҫһа...
Астма тыныңды ҡыҫһа...

Был сирҙең килеп сығыу сәбәптәре, билдәләре ниндәй? Дауаланыу һәм киҫәтеү сараларын тәҡдим итәбеҙ. Сәләмәт булайыҡ!

Астма – һулыш алыу юлдары ауырыуы. Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһынан алынған статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә бронхиаль астма менән халыҡтың 10 проценты ауырый.

Ошондай сире булған кешене, ғәҙәттә, өйәнәк тотоп ала, тыны ҡыҫыла башлай. Был бер нисә минуттан бер нисә сәғәткә тиклем дә дауам итергә мөмкин. Астма кешегә тулы тормош алып барырға ҡамасаулаһа ла, оҙаҡ йәшәүселәр байтаҡ.

Сәбәптәре

Һулыш алыу юлдары елкенһенеүен ваҡытында дауаламаһаң, ауырыу астмаға әйләнергә мөмкин. Табиптар, был сир нәҫелдән күсә, тип тә әйтә. Әгәр ата-әсәнең береһендә астма булһа, 50 процент осраҡта балаларында ла ошо ауырыуҙың күҙәтелеүе ихтимал.

Астмаға юл һалған төп сәбәптәр – аллергендар һәм триггерҙар. Аллергия килтереп сығара торған факторҙарға сәскә һеркәһе, ризыҡ, дарыуҙар, төрлө еҫтәр, бәшмәктәр, хайуан йөнө, туҙан һәм башҡалар инә. Ә триггерҙар тип экологияны, һауа торошоноң үҙгәреп тороуын, ауырыуҙарҙан өҙлөгөү, тәмәке тартыу кеүек сәбәптәрҙе атарға була.

Билдәләре

* Йүткереү
* Тын ҡыҫылыу
* Һөйләүҙең ауырлашыуы
* Муйын, күкрәк мускулдары ҡыҫылыу
* Ҡайһы бер осраҡта ирендәрҙең зәңгәрләнеүе.

Дауаланыу

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, астманан ҡотолоп булмай. Ләкин ауырыуҙы контролдә тотоу, һаҡлыҡ сараларын күреү уңай һөҙөмтәләр бирә. Астманы, ғәҙәттә, дарыуҙар менән дауалайҙар. Тын ҡыҫылғанда һулыш алыуҙы еңеләйтеү өсөн ингалятор, спейсер, небулайзер кеүек ҡоролмалар ҡулланыла.

Киҫәтеү

Организм аллергендарға һиҙгер: аллергия булдыра торған әйберҙәрҙән йыраҡ булырға кәрәк. Әйтәйек, яҙ ағастар япраҡ ярғанда, үҫемлектәр сәскә атҡан ваҡытта урман-парктарҙа йөрөмәҫкә кәңәш ителә. Йорт хайуандарын өйҙә аҫрамау яҡшыраҡ.

Дөрөҫ туҡланырға тырышығыҙ. Аллергия килтереп сығара торған ризыҡтар ашамағыҙ. Ғәҙәттә, йомортҡа, балыҡ, әфлисун, лимон кеүек еләк-емеш аллергияға юл яра.

Ҡолаҡ, танау, тамаҡ, сире һәм башҡа йоғошло ауырыуҙар күҙәтелгәндә, уларҙы аҙағынаса дауалап бөтөрөргә кәрәк.

Астмалы кешеләргә артыҡ эҫе, йәки, киреһенсә, һалҡын урындарҙа йәшәргә кәңәш ителмәй.

Ҙур ҡалаларҙа, туҙан, төтөн, завод-фабрикалар эшләп торған райондарҙа ғүмер итеү ҙә хәлде ҡатмарландыра.

Насар ғәҙәттәрҙән арынырға тырышығыҙ. Тәмәке тартыу тын юлдарына кире тәьҫир итә.

Фото: norilsk.bezformata.com

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: