Шоңҡар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ү л е м һ е ҙ п о л к Фәрғәт ҠОТЛОБАЕВ

Ейәндәре менән колоннаға Теҙеләләр "Үлемһеҙ полк"тар.

Ү л е м һ е ҙ  п о л к    Фәрғәт ҠОТЛОБАЕВ
Ү л е м һ е ҙ п о л к Фәрғәт ҠОТЛОБАЕВ

Ү л е м һ е ҙ п о л к
Таң нурындай алһыу төҫкә мансып,
Еңеү көнөн ҡотлай байраҡтар.
Ейәндәре менән колоннаға
Теҙеләләр "Үлемһеҙ полк"тар.

Бөгөн мин дә "Үлемһеҙ полк"менән
Яҡларға тип сыҡтым илемде,
Үҫер быуындарҙы,киләсәкте,
Тыныс күкле тыуыр көнөмдө.

Сафта барған фотоһүрәттәрҙән
Ҡарай беҙгә һалдат йөҙҙәре.
Ғорурлана кеүек илем менән,
Яҡтырғандай һалҡын гүрҙәре.

Күпме йылдар һандыҡ төптәрендә
Ҡәҙерләнеп көтөп яттылар.
Етмеш тиҫтә йылдан,ил саҡырғас,
Улар ҡабат сафҡа баҫтылар.

Талғын ғына халыҡ тулҡынында
Урамдарҙан ғорур үтәләр.
Ҡалҡан булып илде ҡурсаланы -
Беҙҙән дә бит шуны көтәләр.

Яугирҙәрҙең рухы,гүйә,ташҡын -
Ҡитғаларҙы яулап атлайҙар.
Улар һалдат - еңеүселәр улар -
Утта янмай,һыуҙа батмайҙар.

Фәрғәт Ҡотлобаев

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: