Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

АТАЙЫМДЫҢ ҠУЛЫ Хикәйә Зөһрә ФӘЙЗУЛЛИНА

– Эйе шул. Мин Абдрахман ағайҙың Тәғзимә тигән ҡыҙы менән дә уйнағаным бар. Атайһыҙ нишләрҙәр инде?

АТАЙЫМДЫҢ ҠУЛЫ   Хикәйә  Зөһрә ФӘЙЗУЛЛИНА
АТАЙЫМДЫҢ ҠУЛЫ Хикәйә Зөһрә ФӘЙЗУЛЛИНА

I бүлек

Ҡапҡабыҙ төбөнә почта ташыусы Сабитов апаның аты килеп туҡтаны. Башта ул арбанан ағас аяғын ике ҡулы менән тотоп төшөрҙө лә,һуңынан ғына һау аяғына баҫып, арбаһындағы йөктө көпләгән япманы асты.Унда почтальондың сумкаһы, бер-ике посылка йәшниге, гәзит-журналдар күренеп ҡалды. Сабитов апа шуларҙы ситкәрәк алды ла нәҙек оҙон ғына ҡумтаны тартып сығарып, бәләкәй ҡапҡаны асмаҡсы итте. Мин уйнап йөрөгән еремдән туҡтап, уға ҡапҡа асырға ярҙамлашырға булдым. Апа минең тиҙ генә ҡапҡа келәһен табыуымды күреп: ”Вәт, рәхмәт ҡыҙыма, ҡапҡаһын асып та ҡуйҙы! Атайың өйҙәме?”– тип һораны. Мин: ”Өйҙә, өйҙә. Яңы ғына мәктәптән ҡайтты!” – тип ишеккә үрелдем. Атайым ишек төбөндә беҙҙе ҡаршы алып та тора ине инде.

– О! Сәлимйән ағай, әллә алып та ҡайттың? – тине атайым сикһеҙ ҡыуанып хат ташыусының ҡулындағы ҡумтаға ҡарап.

– Ағайың тотонғас алып ҡайтмай буламы? Үҙемә лә шул заводта эшләнеләр бит. Тиҙләтеүҙәрен һорап әллә нисә тапҡыр шылтыратырға тура килде, – тине хат ташыусы Сабитов апа.

– Силәбегә уҡырға барған саҡта үлсәмен генә ҡалдырып киткәйнем. Йәһәтләгәндәр, рәхмәт яуғырҙары! – тип атайым ҡумтаны өҫтәлгә ҡуйыуҙы һораны ла, шунда уҡ ҡайсы алып ҡумтаны бәйләгән арҡыры ептәрҙе ҡырҡа ла башланы. Мин дә атайыма булышам: ҡырҡылған бауҙарҙы, ҡумтаның эсендәге ҡағыҙҙарҙы, ҡумта ҡапҡасын ситкә алып ҡуям.

Ниһайәт, атайым эҙләгән нәмәһен табып өҫкә сығарҙы. Был атайымдың һул ҡулының өр-яңы протезы булып сыҡты. Атайым протезын әйләндереп ҡарап сыҡта ла:

– Иҫке протезым бесән сапҡанда аңғармаҫтан ҡайынға бәрелеп онталғайны. Ҡоршап хәл бөттө. Мин хәҙер! – тип икенсе бүлмәгә инеп китте. Бер аҙҙан яңы протезын кейгән атайым йылмайып килеп сыҡты:

– Рәхмәт, ағай! Тап-таман булды. Әйтерһең үҙемдең ҡулым! –тип уң ҡулы менән протезын һыйпаштырып, терһәгенән бөгөп ҡараны. Ҡара бирсәткә кейҙерелгән йомоҡ ҡул суғының бармаҡтарын берәм-берәм асып ҡараны. Яҙылған бармаҡтар шартылдап кире йомолдолар. Мин ҡыҙыҡ күреп йүгереп барып усымды протездың бармаҡтары араһына ҡыҫтырҙым да: ”Һаумы ҡул! Нисек килеп еттең?”– тигән булдым.

– Үҙең һау ғына тораһыңмы? Бик яҡшы килеп еттем. Сәлимйән бабай бәрҙертмәй, һуҡтыртмай ғына алып килеп хужама тапшырҙы”,–тиеп мәрәкәләне тауышын үҙгәртеп Сабитов апа. Ҡайһы аралалыр беҙҙең мәшәҡәтләнгәнде күҙәтергә йыйылған өйҙәгеләр ҙә быны ишетеп көлөп ебәрҙеләр. Сәлимйән апа урынынан ҡуҙғалып ҡайтырға иткәйне, өләсәйем:

– Шундайын сауаплы эш башҡарып йөрөгән кешене буш сығарып буламы ни?

– Килен, һыйыңды әҙерлә! – тип апа менән күрешергә ике ҡулын һондо.

– Һау ғына ятаһыңмы, апай? Еҙнәй ни хәлдә ? – тип Сәлимйән апа ла ҡулын бирҙе.

– Аллаға шөкөр, имен-аман ғына ятабыҙ. Яҡшыға өмөт итәбеҙ. ”Барҙың барлығы” тейә тигәндәй, бәлким, үҙең белмәйһеңдер ҙә әле, һин миңә яҡын ғына ҡусты тейеш булып сығаһың әле. Әсәйең дә, мин дә Исхаҡ ауылы ҡыҙҙары инек. Уны күрше ауыл Боранғолға һораттылар, мин Ҡаҙмашҡа килен булып төштөм .Артабан да ошолай бер-берегеҙгә хәлегеҙҙән килгәнсә ярҙамлашып йәшәргә тырышығыҙ, – тине өлсәйем әллә ҡасанғыларын иҫенә төшөрөп.

– Тыуған икәнде белмәй инем әле. Таныштырғаның өсөн рәхмәт. Ә ярҙамға килгәндә инде дөрөҫ әйтәһең, апай, яугирҙәр бер-береһен күтәрмәләп донъя көтмәһәләр бик ауырға тура киләсәк. Ярты-йорто булып ҡайттыҡ бит, ни хәлдәр итмәк кәрәк !– тип көрһөнөп ҡуйҙы беҙҙең тыуғаныбыҙ булып сыҡҡан апа.

– Бирешмәйек әле, ағай! Тере ҡалғас йәшәйек! – тип атайым урынынан ҡуҙғалды. Күрше бүлмәнән әсәйемдең сәй эсергә саҡырған тауышы ишетелде.

Тәмле итеп сәй эсеп алғас, ҡунаҡты оҙатырға сыҡтыҡ. Хужаһының: ”Йә, малҡай!”– тип кенә әйтеүе булды, Ерән ат йән-фарманға юртаҡлап күҙҙән дә юғалды.

– Ух! Атының шәплеге! Дилбегәне тоторға ла ике ҡул кәрәк шул! – тине атайым юртаҡҡа һоҡланып.

– Атай, ҡайғырма! Ат алһаң дилбегәнең бер осон үҙем тотормон! – тием атайыма һыйынып.

– Шулай итерһең, ҡыҙым! Һин бит минең тоғро ярҙамсым! – тип атайым яурынымдан һөйөп ҡуйҙы.

 

II бүлек

Иртәгеһенә атайым протезын кейеп китмәне. ”Яурын аша һалынған ҡайыш бушағыраҡ. Ял көнө яйлап бер-ике тишек тишергә кәрәк. Аҙна башынан кейә башлармын әле”, – тип эшкә иҫке протезын кейеп сығып китте. Уның өйҙән сығыуы булды, мин атайымдың протезын алып кисәге ҡунаҡ апа менән шаярып һөйләшеүебеҙҙе иҫемә төшөрҙөм һәм бөгөн дә дауам итмәксе булдым:

– Ҡул, хәйерле иртә! Яңы урында нисек йоҡланың?

– Яҡшы.

– Танышайыҡ. Мин – кисәге һине кейеп ҡараған Хәдит Фәттәхов тигән кешенең ҡыҙы булам. Атайымды барыһы ла Хәдит Зәкирович тип йөртәләр .Ә әсәйемә Яңылбикә апай, йә еңгәй тип өндәшәләр. Миңә быйыл ете йәш тула. Мәктәпкә барырға йыйынам. Уҡырға, яҙырға беләм. Хәҙер русса һүҙҙәрҙе өйрәнә башланым. Башта яңы һүҙҙәрҙе әсәйемдән әйттереп ҡарайым .Шунан ғына дөрөҫ итеп ятлап алам.

– Ә ни өсөн ятлайһың?

– Оятҡа ҡалмаҫ өсөн. ”Уҡытыусыларҙың балаһы шуны ла белмәй! – тимәһендәр өсөн.

– Аңлашылды. Тағы ла нимә эшләй беләһең?

– Иҙән, кер йыуырға беләм. Әсәйем сигергә, селтәр бәйләргә өйрәтә. Күрәһеңме ул ниндәй матур итеп өҫтәл япмаһын бәйләгән! Суҡтары иҙәнгә етә яҙып төшөп тора. Мин ҡай саҡта өҫтәл аҫтына инеп уйнарға яратам. Һине береһе лә күрмәй, ә һин селтәр аша бөтәһен дә күрәһең. Ҡыҙыҡ бит?

– Күрмәгәс әйтә алмайым.

– Ярай берәй ваҡыт һине лә алырмын әле.

– Килештек.

– Ә бөгөнгә мин һиңә атайым, уның дуҫтары тураһында һөйләйем. Һуңынан ҡапҡа эсенә һәм урамға ла сығып инербеҙ.

– Мин риза. Тик атайың ниңә мине кейеп китмәне? Әллә оҡшатманымы?

– Юҡсы. Оҡшатты. Ул һине теге аҙнаның тәүге көнөнән кейә башлаясаҡ.

– Ә ни өсөн?

– Мунса инеп тороп таҙарынып, ҡайышыңдың тишектәрен ипкә килтереп алғас уҡ кейеп аласаҡ. Шунан һин уға өр-яңы ҡул буласаҡһың.

– Ә атайыңдың ҡулы ҡайҙа өҙөлөп ҡалған?

– Һуғышта.”Атайыңдың ҡулын Гитлер өҙөп алып ҡалды”, – ти өләсәйем.

– Ул кеше бик яуыздыр?

– Әкиәттәге аждаһа һымаҡ яуыз! Күпме кешене йотто, ҡул-аяҡһыҙ итте, – ти өләсәйем.

– Ә ул хәҙер бармы?

– Тирә-яғыңа өс тапҡыр төкөр! Аллаға шөкөр беҙҙең һалдаттар уны юҡ иткән. Һуғыш бик ҡаты булған. Күп батырҙар ятып ҡалғандар. Бик аҙҙары ғына кире өйҙәренә ҡайтҡан.

– Һинең атайың һымаҡмы?

– Эйе.

– Һинең атайың да батыр булғанмы?

– Әлбиттә. Атайым командир булған. Улар өс көн, өс төн һуғышҡандар. Атайымдың һалдаттары кәмей башлаған. Ул бик ныҡ ҡайғырған. Уйлап-уйлап торған да һалдат ағайҙарға былай тип ҡысҡырған: ”Ағайҙар, дошман пулеметын мин туҡтатмаһам, кем туҡтатыр? – тигән дә алға йүгергән. Ҡулындағы гранатаны ташлауы булған, атайым да әллә ҡайҙа булған, пулемет та атыуҙан туҡтаған. Һалдаттар ”У–Р–А!” ҡысҡырып дошмандарҙы туҡмай башлағандар.

– Һин уларҙы ҡайҙан беләһең?

– Белмәҫкә! Атайымдың дуҫтары йыйылышһа, һәр ваҡыт унан ошо хаҡта һөйләүен һорайҙар. Уның был турала әллә ни һөйләгеһе килмәй, ҡат-ҡат үтенгәстәре һөйләй инде. Мин дә уның һөйләгәндәрен күптән ятлап бөткәнмен. Тыңла, артабан һөйләйем.

Ниместәр еңелгән. Яу тынған. Тик командир ғына күренмәй. Эҙләп ҡарайҙар. Таба алмайҙар. Береһе:”Күптән үлгәндер инде! – ти. Шунда бер майор ағай: ”Беҙ уның арҡаһында дошманды еңдек, үҙебеҙ тере ҡалдыҡ. Кәүҙәһен табып булһа ла ерләйек, – тип бер нисә һалдат менән эҙләргә тотона. ”Комбат, сынок! – тип әллә нисә аҡтарылған ерҙе ҡаҙып ҡарайҙар улар. Ҡаҙа торғас бер ыңғырашҡан тауыш ишетеп ҡалалар. Был атайым булып сыға. ”Сынок, слышишь? Прорыв! Ты – Герой! – тип теге оло һалдат тотош ҡанға батҡан атайымды үҙе күтәреп ала. Артабан уны госпиталгә оҙаталар. Атайымдың ҡулын шунда ҡырҡалар.

– Ә ниңә атайыңды “Сынок” тип йөрөткәндәр?

– Уға 23, ә Һалдаттарына 30,40,50 йәш булған.

– Ә ни өсөн?

– Сөнки улар штрафниктар. Уларҙы иң ҡурҡыныс ергә ебәргәндәр. Яңы ғына хәрби уҡыуҙы бөткән атайымды шуларға командир иткән дә ҡуйғандар.

– Ә ни өсөн уларҙы иң ҡурҡыныс урындарға ебәргәндәр?

– Мин был турала әсәйемдән һоршҡанан инем. Ул миңә: ”Һуғыш уйын түгел, унда төрлө хәлдәр булған. Кемдер батырлыҡ күрһәткән, кемдер ҡурҡҡан, кемдер командирын тыңламай бәләгә тарыған. Ҡыҫҡаһы, иле, халҡы алдында ғәйепле булып ҡалыусылар ҙа булған. Хаталарҙы төҙәтеү өсөн фронтта штрафной батальондар ойошторолған, – тип яуап бирҙе.

– Ә һинең атайың героймы?

– Юҡ. Был хаҡта ла әсәйемдән һорағайным, ул миңә сер итеп кенә бер нәмә һөйләне.

– Миңә һөйләйһеңме?

– Серҙе һөйләмәйҙәр бит әле. Ә минең ниңәлер кемгәлер һөйләгем килә.

– Миңә һөйләргә була. Мин бит тик һинең менән генә серләшәм.

– Йә,ярай. Һөйләйем. Бер көн атайым район үҙәгенән бик күп китаптар алып ҡайтты. Араларында тышына ”Герои Советского Союза” тип яҙылған открыткалар ҙа бар ине. Геройҙар шундай матурҙар ,йәш кенәләр. Араларында ҡыҙҙар ҙа бар. Мин открытканы тоттом да дәрес әҙерләп ултырған әсәйем эргәһенә килеп: ”Әсәй, һуғышта яраланған атайымды табып алған майор ағай ниңә ”Сынок, ты, Герой!” – тигән. Атайым был геройҙар араһында юҡ та инде!”–тинем. Әсәйем аптырап китте. Ҡулына открыткаларҙы алып ҡараштырған булды ла: ”Атайың тарих уғытыусыһы булғас бик күпте белергә, уҡыусыларға ла геройҙарҙың исемен ятлатырға тейеш,–тип һүҙ башланы. Мин түҙемһеҙләнеп: ”Ә кем минең атайымдың исемен ятлатырға тейеш?”– тип һорау бирәм әсәйемә. Әсәйем эргәһенә икенсе ултырғысты ҡуйып мине ултырырға ҡуша. ”Балам, һуғышта бик күптәр батырлыҡ күрһәткән. Тик уларҙың барыһының да исемен белеп бөтөү мөмкин түгел. Ә атайыңа килгәндә хәл ошолайыраҡ булған. Уға ысынлап та герой исемен биреү буйынса документ тултырғандар, тик юғары исемде бирмәгәндәр. ”Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены һәм миҙалдар биреү менән генә сикләнгәндәр.

– Ә ни өсөн? – тип төбәшеүемде дауам итәм мин.

– Беләһең дә инде. Атайың штрафбаттың командиры булған.

– Булһасы. Атайымдың: ”Һалдаттарым бик һәйбәт кешеләр ине!”– тип һөйләгәнен әллә нисә тапҡыр ишеткәнем бар.

– Шулай булғандыр ҙа ул. Тик улар дошман яғына сыҡҡан Власов тигән һатлыҡ генералдың һалдаттары булған.

– Әсәй! Һалдаттар ҙа, атайым да дошман яғына сыҡмаған бит? Уларҙың ни ғәйебе бар?

– Эй, балам, ғәйептәре булмаһа ла, уларға ышанмағандар.

– Атайымаламы?

– Әлбиттә. Әле булһа ла унан һалдаттары тураһында һорашып ыҙалаталар.

– Нимә тип?

– Табалар инде. ”Яуҙаштарың менән хат алышаһыңмы, был айҙа ҡайҙа барҙың, кем менән һөйләштең? ”Ай һайын бер үк һорауҙар. Бына кисә лә военкоматтан бик күңелһеҙ генә ҡайтты. Шуның өсөн юҡ-бар һорауҙарыңды бөгөнгә бирмәй торһаң яҡшыраҡ булыр ине. Был һөйләшеүҙе лә бер кемгә лә һөйләмә, йәме? Беҙҙең сер булып ҡалһын. Әлегә бәләкәсһең, ҙурайыңҡырағас үҙең барыһын да аңларһың әле. Ә атайың беҙҙең өсөн һәр ваҡыт батыр яугир – Герой булып ҡаласаҡ. Ә һин шул яугирҙең ҡыҙы икәнлегеңде һәр саҡ иҫеңдә тоторға тейешһең! – тип әсәйем арҡамдан һөйөп ҡуйҙы.

– Аңланыңмы инде? Ҡул, һинән һорайым?

– Эйе. Күп нәмәне белдем. Ә һеҙҙең ауылығыҙҙа тағы ла һыңар ҡуллылар бармы?

– Ниңә булмаһын! Бар. Һыңар аяҡлылары ла етәрлек. Бәләкәй саҡта һыңар ҡуллыларҙы мин атайымдың бер туған ҡустылары һәм һеңлеләре тип уйлай торғайным.

– Ҡыҙыҡ?

– 9-сы май байрамы көнө улар гел беҙҙең өйҙә йыйылышалар. Мин теге өҫтәл аҫтына инеп ултырам да селтәр аша икенсе бүлмәләге ҡунаҡтарҙы күҙәтәм. Ҡайһы ваҡыт шунда йоҡлап та китәм. Был холҡомдоң яҡшы түгеллеген аңлайым да ул, тик әлегә үҙемде еңә алмайым. Иң башта беҙгә күрше Рысҡужа ауылынан Акрам тигән ағай менән уның ҡатыны Мөршиҙә апай килеп инәләр. Күстәнәстәр,бүләктәр килтерәләр. Уларҙың Фәрзәнә, Гөлсирә тигән һәйбәт кенә ҡыҙҙары бар. Сит ауыдан булғас, уларҙы әллә ни ҡунаҡҡа алып йөрөмәйҙәр. Акрам ағай ҙа уҡытыусы булғас, улар атайым менән шунда уҡ мәктәп тураһында һүҙ башлайҙар. Ә әсәйем менән Мөршиҙә апай өҫтәл әҙерләргә тотоналар. Шуныһы ҡыҙыҡ, улар икеһе бер-береһенә ныҡ оҡшаған. Йөҙҙәре аҡ ,күҙҙәре зәп-зәңгәр. Хатта бутарға ла мөмкин. Әллә туғанлыҡтары бар инде? Берәй аулаҡ саҡта әсәйемдән һорашырмын әле. Икенсе булып арғы урамдан күкрәге тулы миҙаллы пинжәген кейгән Ғәбдинур апа менән Камила инәй, Хәҙисә апай менән Рәсүл ағай, өсөнсө булып ҡулдарына патефон менән пластинкалар тотоп алған, беҙҙән бер өй аша ғына йәшәгән Хатип ағай менән Әминә еңгәй, иң аҙаҡтан түбәнге остан Абдрахман ағай менән Мөслимә еңгәй килеп инәләр. Улар бергә йыйылһа шундай күңелле була. Башта күрешәләр. Бер-береһен байрам менән ҡотлайҙар. Бер аҙ ҡапҡылап, стакандағы балды эсеп алғас, нығыраҡ шаулаша башлайҙар. Һәр береһе үҙенең ҡайҙа һуғышта булғанын, нисек яраланғанын һөйләй. Йырлашалар. Тик ниңәлер күберәк рус телендә йырлайҙар. Шунан Әминә еңгәй патефонына бейеү көйҙәре яҙылған пластинканы һала. Китә бейеү! Иң башта атайым бейей ҙә Рысҡужанан килгән Акрам ағайҙы төшөрә. Ул һыңар ҡулын йә юғары күтәреп, йә бөйөрөнә таянып, йә һауалағы ҡош һымаҡ кәйелеп китеп оҙаҡ ҡына бейей. Ағай бейегәндә Мөршиҙә апай матур тауышы менән:

Осоп килә ыласын,

Осоп килә ыласын.

Һағынғанын шунан беләм,

Йәйеп килә ҡоласын, – тип һамаҡларға керешә.

Акрам ағай бейеп бөтөүгә төрмәс сәсле Хәҙисә апай менән Әминә еңгәй ҡапма-ҡаршы бейергә сығалар. Уларҙың бейегәнен ҡарап ултырыуы үҙе бер әкәмәт!

Нәҡ тә ем сүпләп йөрөгән турғайҙар инде! Аяҡ осона ғына баҫып һикерергә тотоналар. Мин бер көндө улар һымаҡ бейеп ҡарарға мәшәҡәтләнеп ҡарағайным, ниңәлер килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Әсәйем минең аҙапланғанды күреп: ”Ҡуй ыҙалама, улар һымаҡ бейегең килһә, үҙҙәренән өйрәнерһең. Әгәр һуғышта ҡулын ҡалдырмаһа, Хәҙисә апайың шундай һылыулығы менән бейеүсе, йә артистка булыр ине. Ә Әминә еңгәйеңә килгәндә, ул – бик шәп уҡытыусы, уның белмәгән һөнәре донъяла үҙе юҡ. Улар беҙҙең ауылға ситтән килен булып төшкән татар ҡыҙҙары. Татарҙар шулай һикереп бейейҙәр, – тип мине туҡтатып ҡуйҙы.

– Тағы ҡунаҡтарың ҡалды бит әле?

– Эйе шул. Хәҙер дауам итәм. Сират Камила инәйгә етә. Ул ҡунаҡҡа килгәндә һәр ваҡыт матур итеп кейенә. Был юлы ла ул өҫтөнә балитәкле күлдәк, тәңкәле камзул, башына күҙҙең яуын алып торған шау сәскәле йәшел шәл ябынған. Бейергә төшөп киткәндә лә шул шәленең ике осо менән төрлө яҡҡа хәрәкәттәр яһап, ваҡ–ваҡ ҡына баҫып иҙән буйлап әйләнеп сыға. Артабан хәрәкәттәр яурынға, шунан ҡулдарға,иң аҙаҡ бармаҡтарға күсә. Ул бармаҡтарын сирткән саҡта ҡунаҡтар бейеүсенең оҫталығына һоҡланып шаулашырға тотоналар. Иң башта әсәйем: ”Әллә кемдең апайы, өҙә баҫа ла ҡуя, “–тип һамаҡлауға башҡалар ҙа ҡушылып китә. Әсәйем Камила инәйгә апай, уның иренә еҙнәй, тип өндәшә. Улар ауылдаштар, етмәһә, туғанлыҡтары ла бар. Камила инәй беҙгә көндөҙ килгәндә ҡайһы саҡта үҙе менән йәшкә минең һымағыраҡ Сәриә, беҙҙән бәләкәйерәк Фирүзә исемле ҡыҙҙарын да эйәртеп килә. Улар менән уйнауы күңелле. Бөгөн дә килһәләр ҡалай яҡшы булыр ине. Өҫтәл аҫтынан бергәләшеп ҡарап ултырыр инек. Улай тиһәң, Фирүзә бәләкәй. Арыр ине, йә ялҡып илай башлар ине. Камила инәй бейегәндә тик бер кеше генә бер ни өндәшмәй. Ул – Ғәбдинур апа. Ҡатынына шаҡ ҡатып ҡарай ҙа ултыра. Иң аҙаҡтан Рәсүл ағай бейеүҙе тамамлап ҡуя. Ҡунаҡтар яңғыҙ йырлауға күсәләр. Хатип ағай кәкүк тураһында йыр йырлай ҙа ниңәлер иларға булып китә. Үҙе ныҡ ҡына йүтәлләй. Ғәбдинур апа уның эргәһенә килеп: ”Ни аҙапланаһың? Ут эсенән имен–аман ҡайттың, алма кеүек ҡатының, тупылдатып һөйөргә ҡыҙың бар. Һиндәге тән яраһы менән йән яралары мин дә лә бар. Шөкөр итеп йәшәйек! – тип әйтеүе була Хатип ағай тыныслана: ”Ағай, бөттө, бөттө! Мәжелес боҙолмаһын,– тип күңелле генә йыр башлап ебәрә. Ғәбдинур апа урынына барып ултыра. Шуныһы ғәжәп, уны бөтәһе лә тыңлай. Абдрахман ағай һәр саҡ хәрби кейемдә йөрөй. Ул да атайым һымаҡ офицер булған. Атайым уның хаҡында:”Бер ҙә мандый алмай, эшенә лә бара алмай, ныҡ ябығып китте. Һау ғына булһын инде,–тип йәлләп ҡуя. Әсәйем дә: ”Балалары өсәү булып китте. Мөслимә килен дә йәп-йәш кенә, – тип көрһөнөп ҡуя. Мәжелестең уртаһына еткәс, Абдрахман ағай менән Мөслимә еңгәй килеп инәләр.Еңгәй ағайҙы ныҡ итеп ҡултыҡлап алған. Ағайҙың бөтөнләй генә лә хәле юҡ. Ул көсләп кенә йылмая ла:

– Өйҙә ятып түҙә алманым, киленегеҙгә тотона-тотона тәки килеп еттем. Барығыҙҙы ла Еңеү көнө менән! – тип уға табан һонолған бер стакан балды төп күтәргәнсә эсеп ебәрә. Ирҙәр шаулашып Абдрахман ағайҙы уратып алалар. Кемеһелер рәхмәт әйтә, кемеһелер хәлен һораша, кемеһелер өҫтәл артынан урын күрһәтә. Бер аҙ тынысланып,хәл алғас, Абдрахман ағай: ”Рөхсәт итһәгеҙ, бында килеүен килгәс, бер йырлап ҡайтмай булмай инде,”– тип ултырған урынынан аяҡ үрә баҫа. Бөтәһе лә геү килеп уның йырлауын һорайҙар. Уның йыры береһен дә тыныс ҡалдырмай. Ирҙәр тәмәке тоҡандырырға булып китәләр, ҡатындар мыш-мыш килешеп танауҙарын тартырға керешәләр. Тик Мөслимә еңгәйҙең арҡаһы ғына ниңәлер бер туҡтауһыҙ дерелдәй, биленә тиклем төшкән сәс толомдары ла һелкенеп-һелкенеп ҡуя. Ул ниңәлер өнһөҙ генә илай. Йырсы ағай йырын тамамлауға шыбыр тиргә бата. Мөслимә еңгәй кеҫәһенән ике күгәрсен сигелгән ҡулъяулығын алып ағайҙың битен, сәстәрен һөртә. Ҡулъяулыҡ шунда уҡ лысма һыу була. Атайым: ”Абдрахман, әллә бер аҙ ятып тораһыңмы?”– тип уның эргәһендә өҙгөләнә. Ул риза булмайынса башын ғына ҡаға. Ҡунаҡ дауам итә. Тик инде ул башланғандағы һымаҡ күңелле түгел. Ҡунаҡтар әсәйемдең йырлауын һорайҙар. Иң һуңынан атайым менән икәүләшеп “Ғәлиәбаныу” тигән йырҙы йырлап ҡуялар. Әсәйем өҫтәлгә бер ҡумта сығарып ултырта. Атайым: ”Үҙенең һыңар бейәләйҙәре менән бирсәткәләрен бүләк итә,– тип ғәйепләмәгеҙ. Һеҙ бит минең икенсе ҡулым. Иң беренсе булып һеҙ миңә ярҙам ҡулы һуҙаһығыҙ, рухым төшкәндә күтәрәһегеҙ, өмөт өҫтәйһегеҙ. Рәхмәт һеҙгә! Артабан да бергә булайыҡ. Ошо бәләкәй генә күңел бүләген ҙурҙай күреп ҡабул итегеҙ! – тип әсәйемдең ҡулынан алып бүләктәрен тарата башлай.

– Хәҙисә, һиңә ирҙәр бейәләйен кейеү килешмәҫ, шуға күрә ”Красная Москва” тигән хушбуй! – тип Хәҙисә апайға матур ғына быяла һауыт тоттора. Хәҙисә апай шатлығынан ултырған еренән үк һикереп тора. Шул арала ағайҙарға ла ҡатындары күн бирсәткәләрҙе һыңар ҡулдарына кейҙерешеп ҡуялар, улар ҙа маһайышып, ҡулдарын күтәләр. Әсәйем ҡалғандарға ла бүләк таратып сыға. Ҡунаҡтар ҡайтырға йыйына башлай. Абдрахман ағай барыһы менән дә ҡосаҡлашып сыға ла йылмайып ҡына:”Һеҙҙең менән бер ваҡытта ла айрылышмаҫ инем. Һеҙ бит минең иң ҡәҙерле кешеләрем! Башҡа осрашып булмаҫ...Бәхил булығыҙ! – тип башын ситкә бора. Береһе лә бер ни өндәшә алмай.

– Ни өсөн тип һорарһың, моғайын?

– Барыһы ла уның ҡаты сирләгәнен беләләр. Тиҙҙән атайымдар Абдрахман ағайҙы һуңғы юлға оҙаттылар. Зыяратта кеше бигерәк күп булды, тип һөйләнеләр. Атайым үтә ныҡ ҡайғырҙы.

– Ҡалай ҡыйын булған. Йәш кенә көйөнсә...

– Эйе шул. Мин Абдрахман ағайҙың Тәғзимә тигән ҡыҙы менән дә уйнағаным бар. Атайһыҙ нишләрҙәр инде?

– Ҡара әле, бер генә ҡул менән атайың күп нәмәне эшләй ҙә алмайҙыр әле?

– Юҡ, бөтә нәмәне лә эшләй ала ул!

– Һанап сыҡ.

– Ниңә? Һанайым. Яҙа,һыҙа,көрәк һабын ҡултығы аҫтынан ебәреп ер ҡаҙа, бесән саба, йыя, күбәләй,утын быса, яра.Тик ул гармунында ғына уйнай алмай. ”Гармун тартҡанда бармаҡтар ике яҡтан да көй сығарырға тейеш”, – ти атайым. Тик ул көйҙө уң яҡтан ғына сығара ала.”Эх, үс ҡанғансы бер уйнарға ине!” – тип бер көрһөнә лә гармунын кире шкаф башына ултыртып ҡуя. Шунан ул минең ботинкамдың суҡтарын бәйләй белмәй. Тағы ла бәпәйҙәрҙе баш осона сойорғоторға ҡурҡа.

– Ҡурҡа?

– Нисек ҡурҡмаһын! Бер ҡулы менән тотоп өлгөрмәһә, ни булырын уйлап ҡара! Минеңсә, атайым менән әсәйем шуға күрә лә бәпәй алырға ашыҡмайҙарҙыр.

– Ҡайғырма, бер ҡулы менән тоторға ла өйрәнер әле.

– Мин дә шулай тип уйлайым. Әле бына күптән түгел генә волейбол тигән туп уйнарға йөрөй башланы. Мине лә алып барҙы. Атайым тупты “һә”тигәнсә генә эләктереп ала. Эй, үҙе шуға шатлана. Һиңә барыһын да һөйләп бөттөм шикелле. Хәҙер беҙ тышҡа сығабыҙ. Тик һине яланғас көйөнсә алып сығып булмай бит инде.

– Ә ни өсөн?

– Кешене һеркелдәтмәҫ өсөн.

– Уныһы тағы нимә тигән һүҙ була?

– Үҙем дә яңыраҡ ҡына өләсәйемдән отоп алдым.”Һеркелдәү икенсе төрлө ҡурҡыу, тертелдәү тигәнде аңлата”, – тине өләсәйем. Әллә ниндәй һүҙҙәр, ырымдар белә ул. Атайымдың протезына ла “бисмилла”итеп сепрәк ябып ҡуйырға ҡуша. Беләһеңме, мин һине бәпәй сағымдағы ҡырҡ ҡораманан һырылған йүргәгемә төрөп алып сығам! – тип бүлмәлә ултырған һандыҡтан йәһәт кенә йүргәгемде табып алдым. Тиҙ генә протезды икегә бөкләп, бәпес һымаҡ төрөп тә ҡуйҙым. Ысҡынып китмәһен өсөн уртанан сәсемде үргән ебәк таҫма менән бәйләнем. Беҙ тышҡа сығып киттек.

 

III бүлек

Тыш шундай матур. Ҡапҡа эсендә тып-тын. Мал-тыуар көтөүҙә. Ҡаҙҙар һыу буйында. Күршеләр бәрәңге ултырталар. Беҙ күмәк булғас теге аҙнала уҡ эште бөтөрөп ҡуйҙыҡ. Өләсәйем менән олатайым бөгөн иртә менән күрше ауылға ҡунаҡҡа киттеләр. Әсәйем, атайым, апайымдар мәктәптә, Бибисафа инәйем менән Нәдүс ағайым Магнит ҡалаһына киттеләр. Нәдүс ағайым атаһы һымаҡ машина йөрөтөргә өйрәткән ергә уҡырға инергә уйлай. Әминә менән Нәғимә апайҙарым май заводында эштә, Таяр ағайым көтөүҙә. Бына бөтәһе менән дә танышып та сыҡтың.

– Һин өйҙә бер үҙеңме?

– Эйе. Мин бит хәҙер ҙур үҫкәнмен. Өйгә күҙ-ҡолаҡ булып йөрөйөм. Хәҙер беҙ ҡапҡанан урамға сыҡтыҡ. Урамыбыҙ бәләкәй генә. ”Шуныһы ғәжәп, беҙҙең урамдың кешеләре бер-береһенә ярҙамсыл, бер туған һымаҡтар, ә өлкән урамдағылар һауалыраҡ та, уҫалыраҡ та”, – ти өләсәйем. Йылға аръяғындағы урам ҙурыраҡ һәм киңерәк тә. Унда мәктәп, клуб, лавка, май заводы бар. Заводта эремсек һымаҡ тәмле генә брынза эшләйҙәр. Әллә шуларға теге урамдағылар маҡтанышып йөрөйҙәр инде? Ауылыбыҙ иҫ киткес матур. Уны дүрт яғынан да тауҙар уратып алған. Беҙҙең иң яратып уйнай торған еребеҙ Сусаҡ тауы, Ҡаҙмаш буйы. Беҙ хәҙер өй алдындағы эскәмйәгә ултырып, урамды күҙәтеп ултырырбыҙ.

Шул мәл күршеләрҙең ҡапҡаһы шығырҙап асылды ла ике малайҙың башы күренде. Бер аҙ шул килеш урамды күҙәтеп торғандан һуң улар ҡапҡа тышына сығып баҫтылар. Мин уларҙы таныным. Сит ауылдыҡылар. Былтыр ҙа ошо мәлдә уң яҡ күршеләребеҙгә бәрәңге ултыртышырға килгәйнеләр. Әллә ниндәй тәртипһеҙ малайҙар улар. Апайымдарға бәрәңге ташлап ыҙалаттылар. Ташлайҙар ҙа үҙҙәре боҫҡан булалар. Эй, йәнем көйҙө шуларға. Тегеләр мине күреп ҡалдылар. Урамда башҡа бер кемгә лә бәйләнә алмағастары минең яҡҡа боролдолар.

– Эй, ҡыҙыҡай, нимә эшләп ултыраһың? – тип сәрелдәне ҡарпыш ҡолаҡлыһы.

Мин бер ни ҙә өдәшмәгәс, теге яҡыныраҡ килеп һорауын ҡабатларға булды:

– Ҡыҙыҡай, һинән һорайым, әллә ҡолаҡҡа ҡаттыңмы?

– Үҙеңдеке ҡатҡандыр. Мин һиңә ҡыҙыҡай түгел, исемем бар! –тинем мин асыуым килеп.

– Исемеңде әйт һуң! Әллә оноттоңмо? – ти теге нәмәкәй.

– Онотто ти!

– Апайыңдарҙың исемдәрен дә онотҡанһыңдыр әле?

– Өлкән апайымдыҡы – Сулпан, бәләкәсенең – Йондоҙ. Минеке – Венера!

– Сәлим, кил әле бында яҡыныраҡ. Бында урыҫтар йәшәй шикелле? – тип ҡарпыш ҡолаҡ сәрелдәп эргәһенә икенсеһен саҡырып алды. Быларҙың бөтәһенең дә исемдәре бер иш! Урыҫтарҙа өләсәһенең дә, ҡыҙының да, ейәнсәренең дә исеме Мария була! –Һеҙҙең дә бөтәгеҙгә Йондоҙ тигән бер исем! – тип көлөргә кереште. Тегенеһе теләр-теләмәҫ килеп эскәмйәгә ултырҙы ла ҡулы менән йүргәккә төртөп: ”Ҙурайып бөткәнһең, һаман ҡурсаҡ уйнатаһыңмы?”–тип мине үртәргә тотондо.

– Ҡурсаҡ түгел ул. Китегеҙ бынан! – тип ҡулымдағы төргәгемә нығыраҡ тотондом.

– Етмәһә алдаша бит әле! Әллә утын төрөп һалып алдыңмы? Ҡана ҡарайыҡ әле, ҡайын утынымы,ҡарағаймы? – тип сәрелдәк тә минең эргәмә килеп ултырҙы. Һонтор малай:”Юҡ менән булмайыҡ!–тип урынынан тороп китергә булды. ”Тороп тор! Нимә икәнен беләйек, шунан китербеҙ! – тип ҡарпыш уны кире ултыртып ҡуйҙы ла эйелеп төргәкте бәйләгән таҫманы тағатырға үрелде. Шул мәл мин ҡапыл ғына йүргәктең ос яғын асып, протездың баш бармағын һәрмәп, ҡарпыштың ҡолағын ҡыҫтырып өлгөрҙөм. Теге ни булғанын аңламайынса башын күтәрҙе лә сәрелдәп ебәрҙе. Шул арала йүргәк тағатылып китеп, терһәгенән бөгөлгән протез малайҙы буйлай яҙып һуҙылып төштө. Ҡолағы ҡыҫтырылған малай бер ни аңламай торған арала, һонторҙоң йөҙө ап–аҡ булды. Ул бер аҙ ҡарап торҙо ла ҡорт саҡҡандай ҡысҡырып ҡапҡа яғына йүгерҙе. Ҡарпыш малай ҡолағын ысҡындырырға тырышып бер урында тыпырсынырға тотондо. Ҡолаҡ ысҡынмай ҙа ҡуя. Малай илай башланы. Миңә ул йәл булып китте. Ҡото осоп ауырып китер, тип эргәһенә килдем дә: ”Тик кенә тор, хәҙер ысҡындырам. Нимә икәнен белдеңме инде хәҙер? Был атайымдың ҡулы урынына кейә торған протезы булыр. Күрһәтмәйем. Ҡурҡырһың.Бик ныҡ ҡыҙыҡһынһаң, һине ташлап киткән ҡасҡалаҡтан һорашырһың, – тип ерҙә ятҡан йүргәкте протезға ябып тегенең ҡолағын ысҡындырҙым. Ҡып-ҡыҙыл булған малай шым ғына күршеләрҙең ҡапҡаһына инеп юғалды.

– Рәхмәт, ҡул! Миңә ҡыйын саҡта гел һиңә өндәшермен, йәме?

– Килештек!

Атайымдың ҡулын күкрәгемә нығыраҡ ҡыҫҡан килеш, мин дә ҡапҡабыҙ яғына атланым.

Фото:

m.fishki.net

 

 

Автор:
Читайте нас: