Шоңҡар
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Бәрәңге ниңә ҡарая?

Бәрәңгене бешергәндә бер генә минутҡа ла туҡтатырға ярамай: кире осраҡта, ул ҡатасаҡ һәм, унан һуң күпме бешерһәң дә, йомшар­маясаҡ.

Бәрәңге ниңә ҡарая?
Бәрәңге ниңә ҡарая?

Бешергәндә бәрәңге йыш ҡына ҡарая. Ҡыш сыҡҡаны, оҙаҡ һаҡланғаны ғына булһа бер хәл, яңы йыйып алынғаны ла шундай төҫкә инә. Был нилектән һуң? Бындай ризыҡты өҫтәлгә ултыртыуы ла уңайһыҙ.

Белгестәр быны бәрәңгене үҫтергәндә ҡайһы бер ҡағиҙәләр үтәлмәү сәбәпле, уның бүлбеләрендә хлороген кислотаһы тупланыу менән бәйле тип аңлата. Ә ул бешкәндә тимер иондары менән бергә ҡараһыу төҫтәге ҡушылма барлыҡҡа килтерә.
Иғтибарлы баҡсасы йәй көнө үк бәрәңгенең шундай буласағын күрә. Быуын араларының ҡыҫҡа булыуы, башта үҫемлектең аҫҡы өлөшөндә, ә унан һуң өҫтөндә лә бөрөшкән япраҡтарҙың уҡмашып тороуы һағайтырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта бәрәңге һабаҡтары бронзаға оҡшаш ҡуйы-йәшел була, ә унан һуң һарғая һәм ҡуңырт төҫкә инә, ә япраҡ ситтәре “үлә”. Был билдәләр үҫемлектә калий етмәүен күрһәтә.
Ваҡытында тейешле сара күрмәһәң, бәрәңге бешкән саҡта ҡарая. Быны булдырмау өсөн бер квадрат метр майҙанға 30 грамм иҫәбенән калийлы ашламалар индереү кәрәк. Артыҡ күп булһа ла файҙаға түгел. Ашламаларҙың нисбәте дөрөҫ булмаһа ла, бәрәңге ҡарая. Йәшелсә яҡшы үҫһен өсөн калийҙың күберәк, ә азот һәм фосфорҙың аҙыраҡ булыуы мөһим.
Бәрәңгенең хлорҙы яратмауын да иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Бәрәңге төбөнә хлорһыҙ калийлы ашламалар индереү бүлбеләрҙә күп дәрәжәлә лимон кислотаһы тупланыуға килтерә. Ә ул тимер менән бергә төҫһөҙ ҡушылма хасил итә.
Үҫеш осоронда кислород етмәү, шулай уҡ углекислоталы газдың күп һәм бүлбеләрҙе һаҡлағанда һауаның артыҡ дымлы булыуы ла бәрәңгенең сифатына тәьҫир итә. Киҫелгән, йәнселгән бәрәңге бигерәк тә һиҙгер була, сөнки зыян килгән урында окисләнеү барышы көсәйә.
“Зәңгәр күҙ”, “Вятка” сорттары, әгәр ете градустан юғары температурала һаҡланған булһа, бешергәндә ҡарая.
Әлбиттә, ҡарайған бәрәңге ризыҡҡа матур түгел һәм уның тәме лә үҙгәрә. Тәжрибәле хужабикәләр был мәсьәләне күпмелер дәрәжәлә хәл итергә өйрәнде. Мәҫәлән, таҙартылған бәрәңге ҡараймаһын өсөн, уға бер аҙ ғына аш һеркәһе ҡушылған һалҡын һыу һалырға кәрәк. Уны төйөп бешергәндә, ҡайнар һөт өҫтәргә кәңәш ителә. Һалҡын һөт ҡойғанда, ул ҡараясаҡ.
Бәрәңгене бешергәндә бер генә минутҡа ла туҡтатырға ярамай: кире осраҡта, ул ҡатасаҡ һәм, унан һуң күпме бешерһәң дә, йомшар­маясаҡ.
Яҙын бәрәңге ҡабығын ҡалын итеп таҙартырға кәрәк. Иҫке һәм йәшел­ләнгәненең ҡабығы аҫтында, бигерәк тә күҙҙәре тирәһендә, бәрәңге ағыуы – соланин тупланған була.
Бәрәңгене бешергәндә һыуға ике-өс бүлем һарымһаҡ һәм һуған һалығыҙ. Аҙыҡ бик тәмле буласаҡ.

Фото:

kto-chto-gde.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: