Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
10 Май 2022, 19:57

"Атайым батыр булған"

Тормошта баҫалҡы кеше булһа ла, һуғыш яландарында ғәжәп батыр кеше булған атайым.

"Атайым батыр булған"
"Атайым батыр булған"

Тормошта баҫалҡы кеше булһа ла, һуғыш яландарында ғәжәп батыр кеше булған атайым. Мин быны бөгөн генө ныҡлы аңлайым. Атайым, Вәдүт Камал улы Исхаҡов, 1926 

йылда Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында донъяға килгән. 1943 йылда фронтҡа алғанда атайыма ни бары 17 йәш булған. Уның  хәрби хеҙмәт юлы 1951 йылға тиклем дауам итә. Һигеҙ йыл! Яу юлындағы батырлығы өсөн II дәрәжә  Ватан һуғышы ордены, Батырлыҡ миҙалы, Японияны еңгән өсөн миҙалы менән бүләкләнә.

Атайым яу ҡырынан ҡайтҡас, Мәрфуға исемле һылыуға өйләнә һәм улар алты бала тәрбиәләп үҫтерә. 

 

 

Автор:
Читайте нас: