Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
12 Май 2022, 09:05

Шәфҡәт туташтары көнө менән!

Хөрмәтле шәфҡәт туташтары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Барығыҙға ла сәләмәтлек, йән тыныслығы, ғаилә бәхеттәре теләйбеҙ. Бәлки, арабыҙҙа шәфҡәт туташтарына рәхмәтен белдерергә теләгән кешеләр барҙыр. Яҙығыҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Шәфҡәт туташтары көнө менән!
Шәфҡәт туташтары көнө менән!


Һаулыҡ – ҙур байлыҡ, ти халҡыбыҙ. Ысынлап та, сәләмәт булһаң, һәр эште ҙур дәрт менән башҡараһың. Арыу-талыуҙы ла белмәйһең. Һәр матур эшең, уйың, һүҙҙәрең башҡаларҙың, яҡындарыңдың да күңелен күтәрә. Тап шуға ла Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә етди тотоноуын халыҡ шатланып ҡабул итте. Төбәк етәксеһе райондарҙағы дауаханалар эшмәкәрлеге менән ныҡлы ҡыҙыҡһына. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ хәл итеү өсөн аҙналыҡ кәңәшмәләрҙең яңы форматын — “Сәләмәтлек сәғәте”н дә индерҙе.

Тәү сиратта төбәк етәксеһе фельдшер-акушерлыҡ пункттары, уларҙың матди-техник торошо һәм кадрҙар менән тәьмин ителеше проблемаларын тикшерергә тәҡдим итте. “Халыҡҡа медицина ярҙамының беренсе звеноһы — бик мөһим йүнәлеш, ошо мәсьәлә өҫтөндә һәм киләсәктә лә даими эшләрбеҙ”, — тип билдәләне Радий Фәрит улы.

Сәйетбабаға юл төшкәс, дауаханаға һуғылмай китеү яҙыҡ булыр ине, сөнки бындағы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы менән бәйле шау-шыу күптәрҙең хәтерен­дәлер, моғайын. “Йондоҙ” колхозының элек­ке рәйесе Аҙнабай Йәноҙаҡов, төҙөтөү өсөн күп көс һалған кеше булараҡ, уны яптырмау өсөн ярҙам һорап, редак­цияға ла килеп йөрөнө, проблема хаҡында телевидениела ла ҙур тапшырыу күрһәтелде. Был мәсьәлә буйынса депутаттарға ла мөрәжәғәт ителде. Шулай ҙа төрлө һылтауҙар менән гөрләп эшләп торған дауахананы ябып, көндөҙгө стационарға әүерелдереү өсөн көстө ҡыҙғанманылар. Ә бит 35 урынға иҫәплән­гән был дауахана, яҡын-тирәләге 16 ауыл халҡын хеҙмәтләндереп, һаулыҡтарын хәстәрләне, йөҙәрләгән кешене үлем тырнағынан йолоп ҡалды. 

Ике ҡатлы дауахана эсенә инәбеҙ. Күренеп тора: бинаға ремонт талап ителә. Аҡ халатлы медицина хеҙмәткәрҙәренең һәр кеме үҙ эше менән мәшғүл. 
Шуныһы ҡыуаныслы: сәйетбабалар матур әҙәбиәт менән даими танышып бара икән. Һуңғы осорҙа Таңсулпан Ғарипо­ваның, Зифа Ҡадированың китаптарын яратып уҡыуҙары хаҡында һөйләнеләр. Йәш автор Айгиз Баймөхәмәтов менән яҡындан осрашҡас, ҡыуаныстарының сиге булманы.
– Беҙҙең дауаханаға яҙыусыларҙан тәүгеһе булып һин килдең, – тип, уның әҫәрҙәрен яратып уҡыуҙарын белдерҙеләр, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙеләр. 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: