Шоңҡар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
12 Май 2022, 20:23

Шытымдарҙа - йәшәү көсө

Шыттырылған культураларҙың кеше сәләмәтлегенә ыңғай йоғонтоһо хаҡында күп һөйләйҙәр. Ә инде яҙғыһын, тәбиғәт уянған мәлдә, шыттырылған бойҙай, борсаҡ, көнбағыш һәм башҡа орлоҡтарҙы рационға индереүҙең файҙаһы икеләтә арта, тиҙәр. Хикмәт ниҙә?

Шытымдарҙа - йәшәү көсө
Шытымдарҙа - йәшәү көсө
Шытымдарҙа – йәшәү көсө
Шыттырылған культураларҙың кеше сәләмәтлегенә ыңғай йоғонтоһо хаҡында күп һөйләйҙәр. Ә инде яҙғыһын, тәбиғәт уянған мәлдә, шыттырылған бойҙай, борсаҡ, көнбағыш һәм башҡа орлоҡтарҙы рационға индереүҙең файҙаһы икеләтә арта, тиҙәр. Хикмәт ниҙә? Шытымдарҙың культураның үҙенә ҡарағанда нимәһе яҡшыраҡ? Баҡтиһәң, теге йәки был орлоҡтоң яңы ғына шытым биргән өлөшөндә витаминдар күберәк була икән. Төрлө тикшереүҙәр быны иҫбат иткән. Орлоҡ шытым биргәс, яңы тормош барлыҡҡа килә. Барыһы ла үтә ябай. Шыттырылған саҡта орлоҡ үҙ составын үҙгәртә. Ундағы витаминдар, файҙалы элементтар бер нисә тапҡырға арта, тиҙәр. Ә углеводтар кәмей икән. Был үҙенә күрә тәбиғәт мөғжизәһе. Орлоҡтоң шытым биреүен балаға уҙыусы ҡатын менән сағыштырырға була. Сабыйы донъяға яралғас, тәбиғәт ҡатын-ҡыҙға уны шифалы күкрәк һөтө менән туйындыра алыуҙы тәьмин иткән. Шулай уҡ орлоҡ та, әсә кеүек үк, үҙ шытымы өсөн барлыҡ файҙалы элементтарын бирә. Шыттырылған культуралар – ысын мәғәнәһендә тере аҙыҡ. Һәм был яңылыҡ түгел, ата-бабаларҙан ҡалған дауаланыу, туҡланыу сараһы.
Шыттырылған орлоҡ нимәнән дауалай?
Шыттырылған орлоҡ матдәләр алмашыныуын яйға һала, организмды төрлө витаминдар, микроэлементтар менән тәьмин итә, шлактарҙы сығара, эсәктәр эшмәкәрлеген яйға һала, микрофлораға ыңғай йоғонто яһай.
Шыттырылған ҡарабойҙай (эшкәртелмәгәне, шыттырыу өсөн тәғәйенләнгәне йәшел төҫтә була) гемоглобинды күтәрә, ҡан тамырҙарын нығыта, диабет, гипертония, анемия менән яфаланыусыларға, сртесс хәлендәгеләргә ыңғай йоғонто яһай.
Шыттырылған бойҙай һәм арыш стресс хәлендәгеләргә ярҙам итә, тирегә, сәскә файҙалы. Иммунитетты нығыта, йәшәртә. Шыттырылған бойҙай Е һәм В витаминдарына, кальций, фосфор, магнийға бай. Арыш шытымдарында үҫемлек гормондары бар. Ул простата биҙенә тәьҫире яҡшы.
Шыттырылған һолоно тын, ашҡаҙан-эсәк юлдары ауырыуҙары борсоғанда ҡулланырға кәңәш итәләр.
Шыттырылған көнбағыш кислота-һелте тигеҙлеге боҙолған саҡта файҙалы, күреү һәләтен яҡшырта икән.
Борсаҡ культуралары шытымдарында аҡһым иттәге аҡһымға торошло һәм унда зарарлы майҙар юҡ кимәлендә.
Шыттырылған ямҫыҡ ( чечевица) аҙ ҡанлылыҡта файҙалы.
Шыттырылған соя аминокислоталарға бай. Үт ҡыуығында таштар булғанда файҙалы. Шыттырылған соя ҡан ойошоуон, ҡандағы холестеринды кәметә.
 
Шыттырыр өсөн орлоҡто нисек һайларға?
Теге йәки был орлоҡто һатып алғанда уларҙың химик ҡушылмалар менән эшкәртелгән булыу ихтималлығы хаҡында ла онотмағыҙ. Нисек тикшереп ҡарарға? Орлоҡто һыуға һалығыҙ һәм ҡалҡып сыҡҡандарын алып ташлағыҙ. Ике көн дауамында шытым бирмәгән орлоҡ та алама тигән һүҙ. Орлоҡтарҙы махсус кибеттәрҙән алығыҙ. Аграр өлкәлә эшләгәндәрҙән күпләп һатып алып ҡуйырға ла була. Ҡарайған орлоҡтарҙы ла ашарға ярамай. Орлоҡто күпләп һыуға һалмағыҙ, порциялап ҡына шыттырығыҙ. Сөнки уларҙы һыуытҡыста ике көндән дә артыҡ һаҡларға кәңәш ителмәй.
Орлоҡто башта дизенфекциялау яҡшы. Бының өсөн тәүҙә ғәҙәти марганцовканы файҙаланығыҙ. Орлоҡто көслө булмаған асыҡ алһыу шыйыҡса менән сайҡатығыҙ. Һуңынан 100 грамм орлоҡто йыуығыҙ ҙа (был көндәлек норма), быяла йәки креамик һауытҡа һалығыҙ. Ҡалынғылығы 2 сантиметрҙан да артмаһын. Орлоҡтарҙы шул килеш тә һалырға мөмкин, әммә һауыттың төбөнә марля йәйһәң яҡшыраҡ. Өҫтөн дә марля менән ҡаплап, бүлмә температураһындағы һыу ҡойоу талап ителә. Таҙа, тәбиғи һыу булһа бигерәк тә яҡшы. Шыйыҡса орлоҡтарҙы тулыһынса ҡапларға тейеш. Һуңынан һауытты ҡояш нурҙары төшмәгән, әммә йылыраҡ урынға ултыртығыҙ. Ҡороһа, һыу өҫтәп тороғоҙ.
1–3 мм-лыҡ шытымдар иң файҙалыһы тип иҫәпләнә. Әгәр орлоҡ сифатлы булһа һәм бар шарттар ҙа үтәлһә, ундай шытым 1–2 көн эсендә барлыҡҡа килә. Бындай орлоҡтарҙы йыуырға һәм ашай башларға ла була.
 
Шыттырылған орлоҡтарҙы нисек ашарға?
Уларҙы иртән ҡабул итеү яҡшыраҡ. Орлоҡтарҙың үҙен генә файҙаланырға мөмкин. Шулай уҡ салатҡа һалырға, бал һәм емеш еләк менән ашарға ла мөкин.
 
Ниндәй тыйыуҙар бар?
Шыттырылған орлоҡтарҙы ашҡаҙан сей яраһы булғандарға ашарға ярамай. Уларҙы һөт ризыҡтары менән бергә ҡулланыу ҙа кәңәш ителмәй. Орлоҡтарҙы ашағандан һуң ашҡаҙан ауыртыуы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Быға унда газ йыйылыуы сәбәпсе булыуы, шулай уҡ таш һәм ҡомдоң шулай ауыртып сығыуы ла бар. Был иһә таҙарыныу башланды тигән һүҙ. Шулай уҡ уларҙы күпләп ашарға ла ярамай. Яйлап ҡына башлап, көндәлек нормаға саҡлы еткереү яҡшы. Әммә шыттырылған орлоҡтарҙы ҡабул итә башлау өсөн табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Һау-сәләмәт булайыҡ, дуҫтар!
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: