Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
15 Май 2022, 09:37

Бөгөн Халыҡ-ара Ғаилә көнө

Был тормоштоң ялҡынынан,Буранынан, һалҡынынан,Ҡоролоғо, ташҡынынан,Бысрағынан, юшҡынынан,Һаҡлай мине бөйөк ҡәлғәм –Ғәзиздәрҙән ғәзиз ғаиләм!

Бөгөн Халыҡ-ара Ғаилә көнө
Бөгөн Халыҡ-ара Ғаилә көнө

15 май - Халыҡ-ара Ғаилә көнө.   Был байрам 1993 йылдан башлап билдәләнә. Берләшкән Милләттәр ойошмаһы байрамды йәмәғәтселек иғтибарын ғаилә проблемаларына йүнәлтеү маҡсатында булдырған. Йәмғиәттең нигеҙе булған ғаилә кешелек ҡиммәттәрен, мәҙәниәтте, тарихты һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай, тотороҡлоҡ һәм үҫеш күрһәткесе булып тора.


Ғаиләм – ҡәлғәм.

Был тормоштоң ялҡынынан,
Буранынан, һалҡынынан,
Ҡоролоғо, ташҡынынан,
Бысрағынан, юшҡынынан,
Һаҡлай мине бөйөк ҡәлғәм –
Ғәзиздәрҙән ғәзиз ғаиләм!

Бында мине һәр кем аңлай,
Эс серемде һәр кем тыңлай,
Көрәштәрҙән арып-талған
Хәнйәр-йәнгә ғаиләм – ҡындай,
Һаҡлай мине ғәзиз ҡәлғәм –
Яҡындарҙан яҡын ғаиләм!

Кәрәк булһа ярҙам-кәңәш,
Һәр ваҡытта ғаиләм йәнәш,
Шатлыҡтарым – уртаҡ шатлыҡ,
Булмаҫ бында көнсөл, һатлыҡ,
Яҡлай мине изге ҡәлғәм –
Ышаныслы, татыу ғаиләм!

Беребеҙ өсөн беребеҙ терәк,
Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк,
Бында ярҙам, изге теләк,
Бында һөйөп тибә йөрәк,
Имен булһын ғәзиз ғаиләм –
Бәхетемде яҡлар ҡәлғәм.

Фирүзә Абдуллина.

Барығыҙҙы ла ғаилә байрамы менән ҡотлайбыҙ! Йәмғиәттең нигеҙе булған ғаилә кешелек ҡиммәттәрен, мәҙәниәтте, тарихты һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай, тотороҡлоҡ һәм үҫеш күрһәткесе булып тора. Ғаиләбеҙ матур, имен, балаларыбыҙ сәләмәт, тәүфиҡлы, эшһөйәр булып үҫһен! Татыулыҡ та гөрләтеп йәшәргә яҙһын!

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: