

Татарстандың Болғар ҡалаһында милли йыйылма командалар араһында билбаулы көрәш буйынса Донъя кубогы үтте. Рәсәй йыйылма командаһында Әбйәлил районы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең ике тәрбиәләнеүсеһе - Ғаяз Шөғөрөв (тренеры А.Х. Әбделғазин) менән Арсен Шәрипов (тренеры Ф.Д.Шәрипов) ҡатнашты.
Ғаяз Шөғөрөв финалда Тажикстан спортсылары менән көс һынашып, еңеүгә өлгәште һәм 60 килограмм категорияһында донъя чемпионы булып танылды. Спортсыны Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов ҡотланы.
Ярышта донъяның 25 иленән 150-нән ашыу спортсы ҡатнашты.
Яҡташыбыҙҙы абруйлы бәйгелә еңеүе менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. "Шоңҡар"ҙар.
Фото: "Башинформ"