Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Файҙалы кәңәштәр
31 Мая 2022, 04:55

31 май - Бөтә донъя тәмәкегә ҡаршы көрәш көнө

Белгестәр әйтеүенсә, ер йөҙөндә тәмәкенән алты секунд һайын бер кеше вафат була. Бер йылға ҡабатлағанда был һан биш миллиондан ашып китә. Ғүмерҙәрҙе өҙөүҙә тәмәке үҙе генә түгел, ә уға ҡушылған зарарлы химик өҫтәмәләр ҙә ныҡ булышлыҡ итә. Cигареттан  кеше  400 тирәһе ағыулы матдәне һура. Әйткәндәй, химияның күләме уның ҡабындағы маркаһына һәм хаҡына ла ҡарамай.  Әйткәндәй, һеҙҙең арала оҙаҡ йылдар тәмәке тартып та ташлаусылар бармы? Булһа, нисек был насар ғәҙәттән арына алдығыҙ?

31 май - Бөтә донъя тәмәкегә ҡаршы көрәш көнө31 май - Бөтә донъя тәмәкегә ҡаршы көрәш көнө
31 май - Бөтә донъя тәмәкегә ҡаршы көрәш көнө

Һаулығың – байлығың 
Насар ғәҙәттең ҡурҡыныс эҙемтәһе 


       Белгестәр әйтеүенсә, ер йөҙөндә тәмәкенән алты секунд һайын бер кеше вафат була. Бер йылға ҡабатлағанда был һан биш миллиондан ашып китә. Ғүмерҙәрҙе өҙөүҙә тәмәке үҙе генә түгел, ә уға ҡушылған зарарлы химик өҫтәмәләр ҙә ныҡ булышлыҡ итә. Cигареттан  кеше  400 тирәһе ағыулы матдәне һура. Әйткәндәй, химияның күләме уның ҡабындағы маркаһына һәм хаҡына ла ҡарамай. 


Тәмәке урынына – ағыу һәм
ҡалдыҡтар
      Бер  тәмәке ҡабында ла был ҡурҡыныс әйберҙең составы хаҡында теүәл мәғлүмәт таба алмаҫһығыҙ. Етештереүселәр  уны юҡҡа ғына йәшермәй. Мәҫәлән, хәҙерге заман сигареттарында  күптән таҙа тәмәке ҡалмаған.  Шулай булғас, нимәнән тора һуң ул? 
        Тәү сиратта, уға етештереү ҡалдыҡтары ҡушыла, элегерәк уларҙы ташлауҙы хуп күрһәләр, ә хәҙер продукцияның төп өлөшөн тәшкил итә һәм уның хаҡын ныҡ арзанайта. Был тәмәкәне эшкәртеү технологияһын боҙоуҙан хасил була. Һөҙөмтәлә бындай ҡалдыҡтарҙа кешегә зарарлы ыҫмала әллә күпме тапҡырға артығыраҡ барлыҡҡа килә. Бынан тыш, унлаған тиҫтә химик матдә, берләштереп әйткәндә, "ароматизаторҙар" өҫтәлә. Тәмәкенең үҙенең айырым өҫтәмәләренән башҡа, уның төтөнөндәге химия кеше өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Уның составында 4 меңгә яҡын тиерлек химик элемент бар! Барыһы ла кеше һаулығы өсөн ныҡ зарарлы.

           Был токсиндарҙың ҡайһы берҙәрен һанап үтәйек.

          Толуол – көслө сәнәғәт иретмәһе, нефть эшкәртеү продукты, хәлде бөтөрә, хәтерҙе һәм аппетиты насарайта.

           Фосген – бик көслө ағыу, быуыу үҙенсәлегенә эйә, беренсе донъя һуғышы ваҡытында ағыулай торған матдә итеп ҡулланғандар.

           Һеркә кислотаһы лайлалы тышсаларҙың тышлыҡтарын  емерә һәм тын юлдарын да йәрәхәтләй. Һелте матдәләре  тын юлдары емерелеүенә килтерә.

          Синиль кислотаһы – бик ағыулы, тын алыу юлдарына зарар килтерә.

         Нитробензол – үлемесле ағыу, лимфа системаһы эшмәкәрлеген боҙа, һулыш алыуҙы ауырлаштыра.

         Дегет – үпкә йәрәхәтенә, яман шешкә килтерә.

         Мышаяҡ – үлемесле ағыу.

         Кадмий һәм никель  бөйөрҙәргә насар йоғонто яһай.

         Хлористый винил – баш әйләнеү, ауыртыу, арығанлыҡ тыуҙыра оҙаҡ йоғонотоһо яман шеш барлыҡҡа килтерә.

        Формальдегид –яман шеш барлыҡҡа килтергән консервант.            Полоний – 210 – бәүел ҡыуығы яман шеше һәм бауыр, ашҡаҙан сей яраһы һәм  башҡа ауырыуҙар барлыҡҡа килтереүгә һәләтле радиоактив матдәләр.

       Ацетон үпкәләрҙе йәрәхәтләй, рак ауырыуҙары килеп сығыуға булышлыҡ итә. 
       Бензопирен – йөҙ процентлы концероген, ДНК структураһын үҙгәртә.

       Тәмәкенең үҙендә тағы ла никотин бар. Ул ваҡытлыса иҫте юғалтыу һәм бәйлелек барлыҡҡа килеүгә йоғонто яһай. Никотин нерв системаһын, йөрәк, тын юлдары, бауыр, ашҡаҙан эшмәкәрлеген боҙорға һәләтле, күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, тәм тойоуҙы насарайта. 
Нимә генә ҡушмайҙар 
      Тәмәке эшләгән компанияларҙың төп сере  – уны көсһөҙләндереү өсөн түгел, ә киреһенсә, наркотик тәьҫирен көсәйтеү өсөн махсус матдәләр ҡушыу. Мәҫәлән, 1950 йылда тәмәкегә һыйырҙың кесе ярауын һеңдерә башлайҙар. Уны ҡушыу һөҙөмтәһендә никотин ҡанға тиҙерәк ҡушыла һәм кешелә бәйлелек  барлыҡҡа килә. Йәнә аммиак та өҫтәүҙәре билдәле. Быға күнеккән кешегә тәмәкенән баш тартыу бөтөнләй ҡыйын. Әммә был ғына  түгел әле. Тәмәке төтөнөн аҙайтыр, тәмен яҡшыртыу өсөн етештереүселәр химик матдәләрҙе уның ҡағыҙына, фильтрына ла һеңдерәләр.

 
Тәмәкенең хаҡы – ғүмер 


         Тәмәке тартыу – үҙеңә ҡул һалыу, тип һанарға мөмкин. Донъя ғалимдары тәмәкесе кеше үҙен генә түгел, ә тирә-яғына ла, дәүләткә лә ҙур зыян килтереүен электән иҫбат иткән. Тәмәке кешенең ғүмерен ала. Англия табиптары йәмғиәте иҫбатлап сығарыуынса, бер тартылған тәмәке кешенең ғүмерен 15 минутҡа ҡыҫҡарта. Уртаса алғанда, уларҙың  ғүмер оҙонлоғо  тартмағандарҙан алты-ете йылға ҡыҫҡараҡ булыуы асыҡланған. Ә тәмәке тартыуҙан килеп сыҡҡан ауырыу арҡаһында, мәҫәлән, тын юлы яман шешенән кешеләр 20, 30 йылға кәмерәк йәшәй. 

       Тағы тәмәке  бүтән  ауырыуҙарҙы тиҙләтә. Улар һалҡын тейҙереү, аллергия ауырыуҙары менән күберәк йонсой. Тәмәкеселәргә ныҡ көслө хроник сирҙәре менән ауырыу хәүефе юғары. Йәнә сигарет көйрәтеүселәр йөрәк- ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән йышыраҡ яфалана.  Статистика күрһәтеүенсә, тартҡан кешеләр стенокардия ауырыуы менән  – 13, ә инфаркт миокарда менән 12 тапҡырға күберәк ауырый. Америка белгестәре мәғлүмәте буйынса, тартмаған кешеләр араһында уртаса ғүмер оҙонлоғо 67 йәш булһа, ә тәмәкеселәр араһында ни бары 47 йәш. Тартыу яман шеш ауырыуҙарын барлыҡҡа килтерә. Тәмәкеселәр араһында үпкәнең яман шеш ауырыуы 20 тапҡырға күберәк осрай. Ауыҙ, тел, ашҡаҙан ауырыуҙары ла   тәмәкеселәрҙә ике тапҡырға күберәк күҙәтелә. 

          Тартыу кешене йәмһеҙләй

       Был хаҡта бөтөн донъяға билдәле хирург Федор Углов үҙенең “Тәмәке тартҡан ҡыҙға” хатында яҙған: “Үпкәләмә, ә шулай ҙа мин һинең киләсәгеңде,  нисек күрәм, шулай итеп һүрәтләйем. Тартыуҙан һинең тауышың бөтә, яйлап тештәрең ҡарая. Битең ер төҫөн аласаҡ. Ҡапыл ғына еҫ, тәм юғалтасаҡһың. Тәмәкеселәр нисек йыш төкөргәнен күргәнең барҙыр! Уларҙың  ауыҙынан шул тиклем һаҫыҡ еҫ сыға, таныш егеттәр һинән ҡасһа,  аптырама. Төнө буйы йүткереп сыҡҡаның өсөн иртәнсәк ауыҙың әсетеп, башың ауыртып уянасаҡһың. Бит тирең бик иртә кибеп, һырҙар баҫасаҡ. Тәмәке тартҡан ҡатын ҡыҙҙар 25 йәшендә  үҙҙәрененең йәштәштәренән өлкәнерәк күренәләр”.

 

Нәҫелеңде тәмәкегә  алыштырма

 

        Тәмәке төтөнөндә  генетик мутация барлыҡҡа килтерә торған матдәләр бар. Күберәк тартҡан һайын организмда токсиндар йыйыла.    Тартыу һөҙөмтәһендә ирҙәрҙең  һаулығы  ныҡ ҡаҡшай: иртә енси көсһөҙлөк башлана, гормондар эшләп сығарыу аҙая, нәҫелде дауам итергә проблемалар тыуасаҡ.

        Ҡатындар араһында насар ғәҙәт тағы ла ҡурҡынысыраҡ. Түлһеҙлек, ваҡытынан алда бала табыу хәүефе арта, бала тапҡанда әсәһенең дә, бәпестең дә үлем хәүефе юғары, ауырыу балалар тыуыуға сәбәпсе була. Тартҡан әсәнән етлекмәй тыуған балалар киләсәктә  үҙҙәренең тиҫтерҙәренән физик  һәм аҡыл яғынан да ҡалыша.

          Дөйөм алғанда, бөгөнгө көндә тәмәке тартыу ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Үҙебеҙгә генә үлемесле ғәҙәттән ҡотолорға ҡала. Үҙең өсөн булмаһа ла, балалар, ғаилә, халҡың өсөн ҡотолорға кәрәк. Һәр сәләмәт кеше үҙе, яҡындары өсөн һаулыҡ, имен тормош, оҙон ғүмер теләй.

        Насар ғәҙәттең эҙемтәһе лә ҡурҡыныс булыуын онотмаһаҡ ине.

                                                                                                 Айнур АҠЫЛОВ.

 

ribnaya-sloboda.tatarstan.ru

Автор:
Читайте нас