Шоңҡар
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Яратҡан китаптарығыҙҙы алып ҡалығыҙ!

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте республика райондары буйлап автоуҙыш ойоштора. Автоуҙыштың маршруты: Өфө — Иҫке Собханғол — Белорет — Баймаҡ — Сибай — Асҡар.

Яратҡан китаптарығыҙҙы алып ҡалығыҙ!
Яратҡан китаптарығыҙҙы алып ҡалығыҙ!

«Китап» нәшриәте Башҡортостан райондары буйлап автоуҙыш ойоштора

 

 
 

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте республика райондары буйлап автоуҙыш ойоштора. Автоуҙыштың маршруты: Өфө — Иҫке Собханғол — Белорет — Баймаҡ — Сибай — Асҡар. Был хаҡта нәшриәттең матбуғат секретары Айрат Искәндәров хәбәр итте.

23 июндә Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылының баҙар майҙанында «Китап» нәшриәте китаптарының күргәҙмә-йәрминкәһе була. Башҡортостан тарихына, мәҙәниәтенә, тәбиғәтенә, республиканың күренекле эшмәкәрҙәренә арналған яңы китаптар, балалар өсөн сағыу йыйынтыҡтар, Башҡортостан яҙыусылары һәм шағирҙарының әҫәрҙәре, бүләк баҫмалары, мосолман һәм уҡыу-методик әҙәбиәт тәҡдим ителә.

24 июндә автоуҙыш Белорет, Баймаҡ һәм Сибай ҡалалары аша үтә. Белоретта ла Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте вәкилдәре ҡаланың үҙәк китапханаһында китап уҡыусылар менән осраша. Осрашыуға район гәзиттәре журналистары, китапхана һәм клуб системаһы хеҙмәткәрҙәре, «Ағинәйҙәр» клубы ағзалары килә. Осрашыу көндөҙгө 12-се яртыла башлана.

25 июндә Әбйәлил районы Асҡар ауылында, Түңгәүер ырыуы йыйынында, китап продукцияһын һатыу ойошторола. 26 июндә нәшриәт вәкилдәре Түңгәүер ырыуының район һабантуйында ҡатнаша.

Ләйлә Аралбаева

Автор:
Читайте нас в