Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
1 Август 2022, 15:30

"Һаман бәпәйебеҙ юҡ"

Бындай осраҡта клиникаға мөрәжәғәт итергә мөмкин.

"Һаман бәпәйебеҙ юҡ"
"Һаман бәпәйебеҙ юҡ"

Быйыл республикала мотлаҡ медицина страховка полистарына ярашлы экстракорпораль аталандырыу буйынса 1800 квота бүленгән. Әлеге ваҡытта уның  яртыһы үтәлгән.  Был турала республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.  35 йәшкә тиклемге ғаилә парҙары йыл ярым бергә йәшәп тә ауырға ҡалмаһа, был түлһеҙлек тип атала. 

Бындай осраҡта клиникаға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Рәсәйҙә һәр бишенсе ғаилә түлһеҙлектән яфалана. Бының төп сәбәптәренең береһе - бала табырға ашыҡмау. 

 Әйткәндәй, Рәсәйҙә ЭКО ысулы бынан 40 йыл элек ҡулланыла башлай. 

Фото: vademec.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: