Шоңҡар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
7 Август 2022, 22:40

Кишер ни өсөн кәкре булып үҫә?

Беренсе сәбәбе - яңы тиреҫ керетелгән булһа.

Кишер ни өсөн кәкре булып үҫә?
Кишер ни өсөн кәкре булып үҫә?

Беренсе сәбәбе - яңы тиреҫ керетелгән булһа. Кишергә был ғөмүмән ярамай. Яңы тиреҫ керетелгән түтәлгә 2 йылдан һуң ғына кишер сәсергә була. Сөнки яңы тиреҫ сереп беткәнсе азот сығара. Азот күп булғанлыҡтан кишерҙең ян-яҡ тамырҙары үҫэ башлай. Шуға күрә азотлы ашлама кишер тишелеп сыҡҡандан һуң беренсе айында ғына керетелергә тейеш.
Икенсе сәбәбе - ерҙең ҡаты булыуы. Кишерҙең үҙәк тамыры аҫҡа китә алмағанлыҡтан ян-яҡ тамырҙары үҫә башлай.
Өсөнсөнән, һыуҙы йыш өстән генә сылатып һибеп торһағыҙ, үҙәк тамыр үлә йәки бөгөлөп үҫә башлай һәм ян-яҡ тамырҙарына көсөн бирә.
Дүртенсенән, кишерҙе һирәкләгәндә бер-береһе араһында ара ҙур ҡала икән, был ян-яҡ тамырҙарға үҫәр өсөн урын барлығын аңлата. Ян-яҡ тамырҙар өсөн был плюс ҡына була инде. Көҙҙән кишер түтәленә сидераттар сәсеп ҡалдырығыҙ. Суперфосфат, көл керетеп ҡаҙығыҙ. Ә ерегеҙ әсе икән доломитная йәки известковая мука керетергә кәрәк.

Фото: polsov.com

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәшәтәр"

Автор:
Читайте нас: