Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
7 Август 2022, 11:30

МИОКАРД ИНФАРКТЫ

ОШО БИЛДӘЛӘР КҮҘӘТЕЛГӘН ОСРАҠТА КИСЕКМӘҪТӘН “АШЫҒЫС ЯРҘАМ” САҠЫРЫРҒА КӘРӘК!

МИОКАРД ИНФАРКТЫ
МИОКАРД ИНФАРКТЫ

 

МИОКАРД ИНФАРКТЫ – ҡан әйләнеше боҙолоу сәбәпле йөрәк мускулы күҙәнәктәренең һәләк булыуы. Инфаркттың төп сәбәбе булып йөрәк артерияларында атеросклеротик төйөндәрҙең артабан тромбҡа әүерелеүе тора. Йөрәктең һәләк булған күҙәнәктәре йөйгә әйләнә, ул ҡыҫ­ҡарыуға һәләтле түгел. Был йөрәк эшмәкәрлеген ҡырҡа насарайта.

Билдәләре:
* күкрәк тәңгәлендә киҫкен көслө ауыртыу барлыҡҡа килә, ҡыҫылыу тойола (“йыртылған”, “сәнскән”, “яндырған” кисерештәр һиҙелеүе);
* ауыртыу ҡулдарға, муйынға, арҡаға, һул яҡ яңаҡҡа, ҡалаҡ һөйәгенә төшөүе ихтимал;
* ауыртыу нитроглицерин ҡабул иткәндән һуң да үтмәй, 20 ми­нуттан артып китә;
* ауыртыуҙан тыш кинәт хәлһеҙләнеү, тән тиреһенең ағарыуы, көслө һалҡын тир бәреп сығыуы, ҡурҡыу тойғоһо барлыҡҡа килеү, пульс йышайыу, ҡан баҫымының йә күтәрелеүе, йә төшөүе кеүек билдәләр ҙә булыуы бар.

ОШО БИЛДӘЛӘР КҮҘӘТЕЛГӘН ОСРАҠТА КИСЕКМӘҪТӘН “АШЫҒЫС ЯРҘАМ” САҠЫРЫРҒА КӘРӘК!

Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ!

Йөрәк артерияларында ҡан йөрөшөн яйға һалыу һәм йөрәк мускулы күҙәнәктәре һәләк булыуҙы туҡтатырға өлгөрөү өсөн тәүге симптомдар беленә башлағандан һуң ни бары 6 сәғәт самаһы ваҡыт бар!

Фото: newhospital.ru

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: