Шоңҡар
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Август 2022, 15:22

Өйҙә әҙерләнгән "Мохито"

Файҙалы ла, арзанлы ла, тәмле лә...

Өйҙә әҙерләнгән "Мохито"
Өйҙә әҙерләнгән "Мохито"

Был эсемлекте әҙерләү өсөн 350 г крыжовник (3 литрлы банка иҫәбенә), 1 стакан шәкәр ҡомо, 3-4 бөтнөк япрағы, 2 киҫәк лимон йәки лайм кәрәк буласаҡ. Быларҙың барыһын да парланған банкаға һалғас, өҫтөнә ҡайнап сыҡҡан һыу ҡоябыҙ. Әгәр тиҙ арала эсергә уйлаһағыҙ, ябай ҡапҡас ябырға була. Ә инде компотты ҡышҡылыҡҡа һаҡларға уйлаһағыҙ, банкаларҙы тимер ҡапҡас менән ныҡлап ябырға ла, 2 тәүлек ҡалын юрған менән томалап торорға кәрәк. Әгәр ҡапҡастар ҡабармаһа, банкаларҙы баҙға төшөрөргә мөмкин.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: