Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
8 Сентябрь 2022, 20:30

Әсәйемдең яулығына йылан мөгөҙөн һалған

Аҡ йыландар тураһындағы мәҡәлә күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Баҡтиһәң, боронғоларға йыландар батшаһы йыш ҡына осрап торған. Хәйбулла районынан Венера тигән апай хатта йылан мөгөҙө менән уйнап үҫтек тип яҙа. Ә һеҙ шундай хәлдәр хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? 

Әсәйемдең яулығына йылан мөгөҙөн һалған
Әсәйемдең яулығына йылан мөгөҙөн һалған

"Беҙҙең әсәйгә йәш сағында осраған. Бала саҡтан ололар һеңдереп үҫтергәндер инде, аҡ йыланға тап булһағыҙ, алдына яулыҡ йәйәләр, тигәнде белгән, йәш булһа ла. Әсәйемдең яулығына йылан мөгөҙөн һалған. Беҙ ул мөгөҙҙө күреп үҫтек, аҡ төҫтә, ике сантиметрҙай ине, ҡусҡар мөгөҙөнә оҡшап тора. Ҡулъяулыҡҡа төрөп кенә һаҡланы. Аҙаҡ үҙе өлкәнәйгәс, һеңлемә бирҙе. Әсәйебеҙ һикһәнгә етә яҙып был донъянан китте. Ун балаға ғүмер бирҙе. Заманында Мөжәүир хәҙрәтте лә күргән, балаларҙы өшкөрөргә рөхсәт алған. Бер ваҡытта ла юҡ тип ултырманы, ризығы мул булды, кешегә һәйбәт ине. Атай менән әсәй беҙҙе ас-яланғас итмәне, бағыулы үҫтек күмәк булһаҡ та", - ти ул апай хәтирәләре менән уртаҡлашып. 

Аҡ йылан болло, өлөшлө кешеләргә генә осрай. Тағы бер апайҙың һөйләгәнен килтерәбеҙ:

"Ҡартатайым ҡырҙа ат менән көтөү көтөп йөрөгәндә осрата аҡ йыланды. Һин дә мин китеп барған ерҙән үрәпсеп килеп туҡтай аты. Нимә булды икән тип төшөп ҡараһа, юлда мөгөҙлө аҡ йылан ята, ти. Кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып түшәй тегенең алдына. Йылан шыуышып килеп мөгөҙөн ҡалдырып китә. Был ваҡиға тураһында ололарға һөйләй. Һәр кемгә лә аҡ йылан осрамай, йылан мөгөҙөн һаҡлап йөрөтөргә кәңәш итәләр. Ҡартатайымдың шунан алып малы уңа, тормошона бәрәкәт ҡуна".

Ғөмүмән, хәүефле лә, шул уҡ ваҡытта серле лә был йән эйәләренә күп халыҡта үҙенсәлекле мөнәсәбәт һаҡлана. Йыландың ниндәйе генә осраһа ла, туҙбашмы ул, ҡара йыланмы, башҡаһымы, тейергә ярамай, артынан аҡ (һөтмө, ҡатыҡмы) һибеп ҡалыр булғандар. Юғиһә, был мәхлүктең ҡарғышы ла ауыр тип иҫәпләгәндәр. 

Фото: funart.pro

Автор:
Читайте нас: