Шоңҡар
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
13 Сентябрь 2022, 20:55

Ҡулдарынан гөлдәр тама

"Ике көн дауамында орхидея сәскәһен эшләргә өйрәндек. Береһенән-береһе матур, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләребеҙ әҙер", - ти Темәс оҫталары. 

Ҡулдарынан гөлдәр тама
Ҡулдарынан гөлдәр тама

"Темәс" башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә "Оҫта ҡулдар" түңәрәге яңынан тергеҙелеп эшен башланы. Был "Оҫта ҡулдар" түңәрегенә "Ғилмияза" фольклор ансамбле ихлас килеп ҡушылды. Улар оло йәштәбеҙ тип тормайҙар, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йөрөйҙәр. Иң мөһиме, "Тик ултырмаҫҡа, белем кимәлеңде үҫтереү өҫтөндә эшләргә, өйрәнергә, нисә йәштә булһаң да өйрәнеүең үҙең өсөн" тигән заман талабына яраҡлашып йәшәйҙәр.
"Ике көн дауамында орхидея сәскәһен эшләргә өйрәндек. Береһенән-береһе матур, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләребеҙ әҙер", - ти Темәс оҫталары. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: