Шоңҡар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
17 Сентябрь 2022, 16:02

Йәшелсәләрҙәге файҙалы витаминдар һаҡланһын тиһәгеҙ

Күптәр помидор, борос, ҡабаҡты банкаларға тоҙлап ҡалырға тырыша.

Йәшелсәләрҙәге файҙалы витаминдар һаҡланһын тиһәгеҙ
Йәшелсәләрҙәге файҙалы витаминдар һаҡланһын тиһәгеҙ

Күптәр помидор, борос, ҡабаҡты банкаларға тоҙлап ҡалырға тырыша. Әммә был осраҡта уларҙа файҙалы матдәләрҙең остоғо ла ҡалмай, киреһенсә, зыяны күберәк булыуы ихтимал. Сөнки тоҙ менән һеркә йәшелсәләрҙәге витмаиндарҙы емереп кенә ҡалмай, ә ашҡаҙан аҫты биҙенә, бауырға насар тәьҫир итә. Ҡайнатма әҙерләү ҙә витмаиндарҙы һаҡлау алымы түгел, ҡайнатма бары кәнфитте алмаштырған аҙыҡ ҡына булып ҡала.

Шуға ла емеш-еләк, йәшелсәләрҙәге файҙалы витаминдар һаҡланһын тиһәгеҙ, уларҙы киптереү, туңдырыу иң ҡулайлыһы булыр. Баклажан, кишер, брюссель кәбеҫтәһе, укроп, татлы борсаҡ – барлыҡ йәшелсәләрҙе лә туңдырырға мөмкин. Бының өсөн йәшелсәләрҙең емешен алып, йыуып, киптереп, ваҡ киҫәктәргә турап, целлофан пакеттарға төрөп һыуытҡысҡа ҡуйырға кәрәк. Емеш-еләкте лә ағып торған һыуҙа йыуып, ҡағыҙ таҫтамалға һалып, киптереп, һыуытҡысҡа һалырға кәрәк. Уларҙағы  витаминдар ҡышын магазиндарҙа  һатылған емеш-еләк, йәшелсәнән күпкә файҙалыраҡ буласаҡ.

Автор:
Читайте нас: