Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Файҙалы кәңәштәр
28 Сентябрь 2022, 14:30

Кескәй йөрәктәргә наҙ өләшеүсе

Иң ҙур башҡорт ауылында балалар баҡсаһы 1972 йылда асыла. "Барлыҡ коллегаларымды байрам менән ҡотлайым һәм барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләп ҡалам", - тип һөйләп үтте өлкән тәрбиәсе Венера Ҡунафина.

Кескәй йөрәктәргә наҙ өләшеүсеКескәй йөрәктәргә наҙ өләшеүсе
Кескәй йөрәктәргә наҙ өләшеүсе

Ошо тармаҡта эшләүселәрҙең байрамы алдынан мәктәп ҡарамағында булған Сәйетбаба ауылының мәктәпкәсә йәштәге балалар баҡсаһы коллективы менән дә осрашып, һөйләшеп алыу мөмкинселеге тыуҙы. Ҡапҡанан килеп инеү менән саф һауаға уйнарға сығып килгән балаларҙы тап иттек. Улар һәр береһе өйрәнгән уйын майҙансығына йүгерешә ине. Тәрбиәселәр менән тәрбиәсе ярҙамсылары ла уларҙан күҙ яҙлыҡтырмай, арттарынан юлланды.
- Иң ҙур башҡорт ауылында балалар баҡсаһы 1972 йылда асыла. Ә 2008 йылдан мәктәп бинаһына күсерелә. Балаларға рәхәтләнеп уйнарға, йоҡларға, туҡланырға бында бөтә шарттар ҙа бар. Бөгөнгө көндә 4 төркөмдә 65 бала тәрбиәләнә. Улар менән 11 хеҙмәткәр эшләй. Балаларҙың һаулығын, хәүефһеҙлеген һаҡлау, уларҙың һәләтен үҫтереү, мәктәпкә әҙерләүгә бик яуаплы ҡараусы тәрбиәселәр: Айгөл  Зәйнетдинова - мәктәпкә әҙерлек, Зинфера  Мәжитова - өлкәндәр, Мәрзиә Вәлиева – уртансылар, Ләйсән Рахманғолова кескәйҙәр төркөмөндә эшләй. Ә Люциә  Ғәниева - музыкаль етәксе. Тәрбиәсе ярҙамсылары Әлиә  Ғәлекәева, Зәлиә Ҡунафина, Дилбәр  Ҡотлобаева, Лира  Шәйхолова үҙ эштәренә бик яуаплы ҡарайҙар. Балаларға түшәк кәрәк-яраҡтары таҙа булһын өсөн Гүзәл Ишбулдина йыуып, үтекләп ҡуя. Берҙәм, татыу коллективта беҙ бер урында ғына тапанмаҫҡа, ә яңынан-яңы алымдар, ысулдар эҙләргә, яңылыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа тырышабыҙ, һәр саҡ бер-беребеҙ менән кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнашабыҙ, иң һуңғыһы “Бал байрамы”нда ҡатнашып грамота алдыҡ. Барлыҡ коллегаларымды байрам менән ҡотлайым һәм барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләп ҡалам, - тип һөйләп үтте өлкән тәрбиәсе Венера Ҡунафина.
Балалар баҡсаһына бала теләп йөрөһөн, күңелдәрендә яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалһын өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылып, тәжрибәле, уңған, үҙ эшенең белгестәре тупланған бында. Эшен күңел һалып башҡарыусы, хәстәрлекле өлкән тәрбиәсе Венера Ҡунафина ла хәҙер 33 йыл хеҙмәт стажына эйә. Ошо тәңгәлдә балалар баҡсаһына 35 йыл ғүмерен бағышлаған һәм әле лә уның һәр көнө балалар баҡсаһына йөрөүсе сабыйҙар менән бәйле булған юғары категориялы тәрбиәсе Люциә Ғәниеваның хеҙмәт юлына туҡталып үтке килә.
Люциә Рәсүл ҡыҙы Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлағас, Өфөләге 1-се һанлы педагогия училищеһына юллана. Бында һөнәр серҙәренә төшөнгәс, 1987 йылда тыуған ауылына мәктәпкәсә йәштәге балалар баҡсаһына эшкә ҡайта. Баш баҫып эшкә сума ул. Тәрбиәсе булып ете йыл эшләгәс, талапсан, уңған белгесте мөдир итеп ҡуялар. Был вазифала 10 йыл хеҙмәт йөгөн тарта. Һуңынан үҙен һәр саҡ балалар янында күрергә теләгән белгес тәрбиәсе булып эшләй башлай. Һәләтле, бар яҡтан да үҙ эшенең оҫтаһы булған белгес быйыл музыкаль етәксе булып күскән. “Әсәйем Зәйтүнә Зиннәтулла ҡыҙы күп йылдар мәктәптә математиканан уҡытты. Улар ғаиләләрендә дүрт ҡыҙ, барыһы ла педагог һөнәрен һайлағандар. Шуға ла балалар менән эшләй торған һөнәрҙе үҙ иткәнмендер инде. Эш оҡшай, шул тиклем балаларға өйрәнәһең, улар ыңғайына йүгерәһең, уйнайһың, көләһең. Төрлө экскурсияларға йөрөйбеҙ, миҙгелдәр алышыныуын күҙәтәбеҙ. Үҙебеҙҙең элекке тәрбиәләнеүселәребеҙ урамға сыҡһаң яҡын күреп ҡосаҡлап алалар, әллә ҡайҙан һаулыҡ ҡушып торалар, күңелгә рәхәт булып китә. Ауылда балалар тыуып торһон, балалар баҡсаһына килеп торһондар. Хеҙмәттәштәремде байрам менән ҡотлап, артабан да коллектив менән берҙәм булып, шатланып эшләргә яҙһын”, - ти үҙ эшенә мөкиббән китеп эшләгән Люциә Ғәниева.
Әлбиттә, тәрбиәсе булыу еңелдән түгел. Был эштә сыҙам да, түҙемле лә булыу кәрәк. Люциә Рәсүл ҡыҙы сығарған төркөмдәр тураһында, уның балалары ныҡлы әҙерлек менән килә, тигән маҡтау һүҙҙәрен дә ишетергә була. Ул балаларҙың психологияһын ғына аңлап ҡалмай, төрлө ҡытыршы урындарын төҙәтергә, атай-әсәйҙәр менән һөйләшеп алырға ла ваҡыт таба. Шуға ла ул был һөнәрҙе осраҡлы һайламаған, ул уның булмышында, йәшәйешендә.
Тыуған еребеҙҙең, милләтебеҙҙең киләсәге булған ошо балаларҙың шат тауыштары балалар баҡсаһын һәр саҡ ошо сағыу көҙҙәй йәмләп торһон, коллективҡа алда ла көс-ҡеүәттә илһамланып эшләүҙәрен, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең ихтрамын теләп ҡалабыҙ.

Әлфиә ВӘЛИЕВА.

"Табын" гәзите. 

Автор:
Читайте нас