Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Файҙалы кәңәштәр
6 Октября 2022, 04:00

Бәхет гөлө

– Быны ҡатын-ҡыҙ бәхете гөлө, тиҙәр. Артыҡ тәрбиә талап итмәй. Өйөңә бәхет ҡошон саҡырып торһон тигән теләктә бүләк итәм, – тине Азалия. Әйткәндәй, һеҙҙә ошондай гөл үҫәме? Нисек тәрбиәләйһегеҙ?

Бәхет гөлөБәхет гөлө
Бәхет гөлө

Азалияны Дамира күптән ҡунаҡҡа саҡыра ине. Ниһайәт, бушаны әхирәте. Үҙенең ҡәҙерле ҡунаҡ икәнлеген тупһанан үтеү менән үк тойҙо. Ҡулында йоҡлап киткән сабыйын һалды ла һыйҙан һығылған өҫтәл янына саҡырҙы Дамира Азалияны.

  – А-ба-а-а, әллә мин килә тип шул хәтлем әҙерләндеңме? – тип һорамайынса түҙмәне Азалия.

  – Һағындырып ҡына килгән иң яҡын әхирәтем өсөн рәхәтләнеп бешерендем-төшөрөндөм. Хатта ҡыҙым да ҡәҙерле кешебеҙ киләсәген тойған кеүек бөгөн артыҡ мыжыманы.

Ике әхирәт оҙаҡ ҡына  сәйләп ултырҙылар. Ике йылдан артыҡ күрешмәгәс, һағынышҡандар ҙа шул. Төпкө бүлмәлә кескәй Лиана уянғанлығын белдереп, үҙ алдына геүләй башлағас, уның янына сыҡтылар. Бөхтә, заманса итеп йыйыштырылған бүлмәлә Азалияның иғтибарын иң тәүҙә гөлдәр үҙенә тартты. Берәүҙәре сәскәгә күмелгән, икенселәре яңы бөрөләнеп ултыра. “Дамираның гөл үҫтерә торған ғәҙәте юҡ ине лә. Әллә был шөғөлгә ире әүәҫме икән?” – тип уйлап та өлгөрмәне, бәпесен ҡулына алып имеҙергә ултырған Дамира:      

  • Бынауҙы таныйһыңмы? – тип уртала бер нисә ап-аҡ сәскәлә матур һауытта күҙҙе ҡыҙҙырып ултырғанына ымлап күрһәтте.
  • Әллә мин бүләк иткән гөл инде? – Азалияның әхирәте менән һуңғы тапҡыр күрешкән мәле хәтеренә төштө.

Азалия менән Дамира университетта бергә уҡынылар. Йылмаяҡ, эсендәге тышында булған Азалия менән өндәшмәҫ, сит кешегә үҙе башлап бер ваҡытта ла һүҙ әйтмәҫ Дамира менән серҙәре беректе лә китте. Ҡулына диплом алғанда Азалия ир ҡатыны ине. Бер йыллап Өфөлә йәшәнеләр ҙә, тормош иптәше хәрби кеше булғас, икенсе өлкәгә күсеп китергә тура килде.

Оҙон юлға сығырҙан бер көн алда яңы ғына фатир алған төркөмдәше янына барҙы. Февраль айының ажғыр еленән өшөп ҡуймаһын тип йәлләй-йәлләй ошо гөлдө килтергән ине.

     –  Һи-и-и, минең ҡарамаҡҡа күсһә, был оҙаҡҡа бармаҫ инде. Әллә ниндәй кирегә киткән бер йән бит мин. Ике-өс йәштән үк ата-әсәйемдән ҡусты-һеңле һораным. Улары булманы. Сәскән, үҫтергән әйберем дә йә сыҡманы, йә һулыны. Хәҙер барлыҡ тиңдәштәрем дә тиерлек икенсе яртыһын тапты, бер мин яңғыҙлыҡтан һарғаям.

    – Быны ҡатын-ҡыҙ бәхете гөлө, тиҙәр. Артыҡ тәрбиә талап итмәй. Өйөңә бәхет ҡошон саҡырып торһон тигән теләктә бүләк итәм, – тине Азалия.

- Һин киткәс, миңә тигән бәхет әллә ҡайҙарҙа аҙашҡан ул, был гөл генә ярҙам итә алмаҫ, тип уйланым да, ҡояш төшмәгән бер мөйөшкә ултыртып ҡуйҙым. Һыуҙы ла онотҡанда бер һиптем тигәндәй. Иғтибар итмәгән сағым аҙналарға һуҙылһа, һабаҡтары һалынып төшөп бөтә ине. Саҡ ҡына тәрбиәләп алдыңмы, һин дә мин, ҡәҙимге хәленә ҡайта ла ҡуя. Ҡатын-ҡыҙ кеүек. Йылы мөғәлләмәлә, наҙлы ҡараш тоймай башлаһаҡ, беҙ ҙә эскә бикләнәбеҙ. Ә саҡ ҡына иғтибар, матур һүҙ ишетһәк, балҡып китәбеҙ. Тәү тапҡыр сәскә атҡан сағында Ғаязымды осраттым. Дөрөҫөрәге, электән таныш инек. Үҙем уға күҙ һалғылаһам да, миңә ҡарата уның иғтибарын тоймағас, әһәмиәт бирмәҫкә тырыштым. 8 март байрамынан һуң оҙата килде, оҡшатыуын әйтте. Икенсегә бөрөләнгәндә, бәпәй көткәнебеҙҙе белдек. Был ваҡытта туйҙан һуң күп ваҡыт та үтмәгән ине. Бына шулай, һин бүләк иткән бәхет гөлө минең тормошома йәм өҫтәне, иң ҡәҙерле кешеләремде табырға ярҙам итте.

Гөлдәр, ысынлап та, үҙҙәрен үҫтергән кешеһенә “рәхмәт”ле була беләләр икән. Ҡайһыһы һауаны таҙарта, икенселәре теге йәки был сирҙән дауаланғанда ҡулланырға мөмкин. Шуға ла хәҙер гөлдәр үҫтерергә, баҡса тултырып сәскә тәрбиәләргә ныҡлап тотондом, – тип әхирәтенең уйҙарын белгән һымаҡ Дамира был гөл тарихын бәйән итте.

        – Алып килгән көндө нисек ҡаршылашҡаныңды иҫләйһеңме һуң?! – тип Азалия әхирәтенә ҡарап мут йылмайып ҡуйҙы. – Имеш тә, һиңә тигән бәхет юҡ. Бына ҡосағыңда ята ул. Тиҙҙән үҙеңә “Әсәй!” тип өндәшәсәк. Тик был гөлдөң исемен ҡыҫҡартып әйтеп, үпкәләтеп ҡуйма. Ҡатын-ҡыҙ бәхете гөлө, тип атайҙар бит.

     – Ҡайҙа гүзәл зат барынан ҡәнәғәт, бәхет йәнәшәһендә, бер тотам да ҡалмай йөрөйәсәк. Был ике төшөнсә бер үк мәғәнәгә, көскә эйә. Шуға ла, аҡыллы ир-ат ғаилә бәхетенә күмелеп йәшәгеһе килһә, иң беренсе һайлаған икенсе яртыһын ҡәҙерләйәсәк. Көслө заттар тормоштоң ошо төп ҡағиҙәһен онотмаһын ине.

Тыуған ере

Спатифиллум Ароидтар ғаиләһенә ҡарай. Тыуған яғы булып Үҙәк һәм Көньяҡ Африка һанала. Шулай уҡ ҡайһы бер төрҙәре Индонезия, Филиппин утрауҙарында ла осрай. Был гөл хаҡында иң беренселәрҙән булып тулы мәғлүмәтте 1870 йылда немец ботанигы Г. Уоллис тигән кеше үҙенең хеҙмәттәрендә яҙа. Эҙләнеүсе ғалим булараҡ, уны был гөлдөң үҙенсәлекле сәскәһе иғтибарын йәлеп итә.

Грек теленән “япраҡ” һәм “япма” тип тәржемә ителә. Сәскәләренең төҙөлөшөнә ҡарап, уны яратып “Аҡ елкән” тип атаусылар ҙа бар. Дым яратҡан был үҫемлек һаҙлыҡлы урмандарҙа, йылға-күл буйҙарында үҫә. Ҡырҡҡа яҡын төрө барлығы билдәле. Селекционерҙар уның яңы төрҙәрен үҫтереү уйы менән Англияға алып китәләр. Тиҙҙән уны тотош Европа халҡы, шулай уҡ Рәсәйҙә лә яратып, бүлмә гөлө булараҡ ултырта башлайҙар.

Экзотик үҫемлек булһа ла, туранан-тура төшкән ҡояш нурҙарын яратмай. Япраҡтарының осо һарғая башлаһа, һыу, дым етмәй тигәнде аңлата. Тамырҙары ултыртылған һауыттың төбөнә тейеп торорға тейеш. Урыны һәм тәрбиә оҡшаһа, йылына ике тапҡыр сәскәһе менән һөйөндөрәсәк, “балалайсаҡ” та. Бигерәктә Аҡ елкән сәскә атҡан сағында “ҡәҙер”ләгәндәрен ярата. Үтәнән-үтә ел өрөп торһа, һыуыҡ иҙәндә, тәҙрә төбөндә үҫһә, сәскәһе генә түгел, үҙе лә ауырый башлаясаҡ.

Һутында ағыу бар

Ҡатын-ҡыҙ бәхете гөлөнөң һутында ағыу бар, тиҙәр. Шуға ла уны күсереп ултыртҡанда бирсәткәләр кейергә кәңәш ителә. Кескәй бала, йорт хайуандары булған йортта Аҡ елкәнде уларҙың буйы етмәгән урында үҫтереү хәүефһеҙ һанала. Әгәр ҙә һуты күҙгә, ауыҙға, яралы тәнгә эләкһә, һалҡын һыу менән йыуа һалырға һәм табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Спатифиллум  аллергия менән яфаланыусыларға ла хәүеф тыуҙырыуы бар. Был осраҡта гөлдө йә икенсе бүлмәгә күсереп ултыртырға, йә был сиргә бирешмәгән икенсе берәүгә бүләк итергә мөмкин. Шулай ҙа үрҙә яҙылған бар ҡағиҙәне иҫтән сығармайынса, уны ваҡытында тәрбиәләп торғанда йортта йәшәүселәргә бәхет килтереүе менән бергә, һауаны таҙартыуға ла булышлыҡ итә, ти белгестәр.

Сулпан ВИЛДАНОВА.

Фото: tsvetovodovklub.ru

 

Автор:
Читайте нас