Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Файҙалы кәңәштәр
26 Октябрь 2022, 16:06

Йөҙ түбән ятып йоҡлау зыянлы

Мейе инсульты тап йоҡлаған ваҡытта, иртәнге сәғәт дүрт-биш тирәһендә булыусан.

Йөҙ түбән ятып йоҡлау зыянлыЙөҙ түбән ятып йоҡлау зыянлы
Йөҙ түбән ятып йоҡлау зыянлы

Мосолман йолаһы буйынса салҡан йәки бер яҡ ҡабырғаға ятып йоҡлайҙар. Бының юҡҡа түгеллеге фәнни тикшеренеүҙәр нигеҙендә иҫбатланған.
1. Эскә ятып йоҡлау тын алыуҙы ауырлаштыра: күкрәк ҡыҫылыу сәбәпле, үпкәләргә һауа кәрәкле миҡдарҙа барып етмәй.
2. Аҫҡа ҡарап йоҡлағанда, мейенең ҡан менән тәьмин ителеше боҙола. Ни өсөн тигәндә, умыртҡа һөйәгенең бер артерияһы ҡаплана.
3. Эске ағзалар ҡыҫыла. Шул иҫәптән бәүел ҡыуығы ла.
4. Инсульт булыуы ихтимал. Мейе инсульты тап йоҡлаған ваҡытта, иртәнге сәғәт дүрт-биш тирәһендә булыусан.
5. Йөҙ түбән ятып йоҡлаһаң, күкрәк тирәһендә генә түгел, биттә лә йыйырсыҡтар барлыҡҡа килә.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас