+22 °С
Ямғыр


Редистың өйҙә үҫә торған сорттары ла бар. Уны тәҙрә төбөндә үҫтереп була. Баҡса тупрағы, торф, серетмә йәки бер өлөш ҡатнашмаһы тултырылған һауытҡа йәки контейнерға орлоҡ сәсергә кәрәк.
Редисҡа һалҡынсараҡ урын кәрәк. Тишелеп сыҡҡас, бер аҙнанан комплекслы минераль ашлама менән туҡландыралар. 10 литр һыуға бер аш ҡалағы ашлама етә. Урын экономиялау өсөн редисты кресс-салат менән дә үҫтереп була.
Тәҙрә төбөндә үҫтерергә тиҙ өлгөрә торған сорттарҙы алырға кәрәк. “Селеста F1”, “РовенF1”, “Жара”, “Чемпион”, “Заря”, “18 дней” сорттары тиҙ өлгөрә, яҡтылыҡ етмәүгә бирешмәйҙәр.
Фото: adfarm.ru