Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
5 Ноябрь 2022, 20:16

Туңдырылған йәшелсәләрҙе иретмәгеҙ

Грипп кеүек йоғошло ауырыуҙар таралған ваҡытта, организм бирешмәһен өсөн, туҡланыуға айырыуса иғтибар бирергә кәрәк.

Туңдырылған йәшелсәләрҙе иретмәгеҙ
Туңдырылған йәшелсәләрҙе иретмәгеҙ

Грипп кеүек йоғошло ауырыуҙар таралған ваҡытта, организм бирешмәһен өсөн, туҡланыуға айырыуса иғтибар бирергә кәрәк.

Төрлө еләк-емештән яһалған морстар, сәйҙәр эсеү менән бергә, үҙебеҙҙең баҡсала үҫкән йәшелсәләрҙе лә онотмаҫҡа кәрәк. Бигерәк тә тоҙланған кәбеҫтә табында һәр көн булырға тейеш.

Йәшелсәләрҙең витаминдары һаҡланһын һәм файҙаһы булһын өсөн, түбәндәге кәңәштәрҙе иҫегеҙҙән сығармағыҙ.

Йәшелсәләрҙе бешерер алдынан ғына таҙарталар һәм турайҙар. Уларҙы һыуҙа оҙаҡ тоторға ярамай, сөнки витаминдары юғала.

Йәшелсәләрҙе һалҡын һыуға һалмағыҙ, ҡайнап торғанына һалығыҙ, витаминдарҙы күберәк һаҡларһығыҙ.

Файҙалы матдәләрҙең күбеһе йәшелсә бешкән һурпаға күсә. Шуға күрә уны түкмәгеҙ, аш, соустар әҙерләү өсөн файҙаланығыҙ.

Туңдырылған йәшелсәләрҙе иретмәгеҙ, шул килеш ҡайнап торған һыуға һалығыҙ. Былай эшләгәндә улар тәмлерәк тә була, витаминдары ла яҡшыраҡ һаҡлана.

Автор:
Читайте нас: