Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
29 Ноябрь 2022, 20:20

Ҡыҙыл миләш – бауырға ла, ҡанға ла шифа

Табиптар шәкәр сире менән интегеүселәргә, бауыры ауыртҡандарға ла миләш ашарға ҡуша. Ә һеҙ миләште ниндәй ауырыуҙарға ҡаршы ҡулланаһығыҙ? Бәлки, үҙегеҙ генә белгән рецепт барҙыр? 

Ҡыҙыл миләш – бауырға ла, ҡанға ла шифа
Ҡыҙыл миләш – бауырға ла, ҡанға ла шифа

Ҡыҙыл миләштең шифаһы әйтеп бөтөргөһөҙ. Ҡыҙыл миләштә С һәм К витаминдары, микроэлементтар күп. Унда шулай уҡ каротин һәм Р витаминдары бар.

Уның һутын атеросклерозды һәм гипертоник ауырвуҙарҙы дауалау өсөн файҙаланалар. Миләш төнәтмәһе эс йомшартыу өсөн дә һәйбәт. Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары ваҡытында унан төнәтмә яһап эсергә кәңәш ителә. Миләш һуты бөйөрҙән таштарҙы сығарыу өсөн дә файҙаланыла. Табиптар шәкәр сире менән интегеүселәргә, бауыры ауыртҡандарға ла миләш ашарға ҡуша.

Миләш һуты. Уны яһау өсөн 400 г миләште иҙеп, уға 2 литр ҡайнаған һыу һәм бер аҙ шәкәр ҡомо һалырға, дүрт сәғәттән һуң болғатып, һөҙөп эсергә кәрәк. Эс ҡатҡанда бер-нисә аҙна буйына көнгә өс тапҡыр 70–100 грамм шундай һут эсергә кәңәш ителә.

Аҙ ҡанлылыҡтан. Ике аш ҡашығы ҡыҙыл миләш емешен ике стакан ҡайнар һыуға һалып, бер сәғәт төнәтеп торғас һөҙөргә. Шуны көн буйына өс-дүрт тапҡыр әҙ-әҙләп эсергә кәрәк.

Үт ҡыуығы ялҡынһынған (холецистит) кешеләр ҙә миләш һутының файҙаһын күрә. Халыҡ медицинаһында ул ҡан баҫымын нормала тотоу өсөн дә ҡулланыла. Бынан тыш ҡыҙыл миләште иҙеп, шәкәр ҡомо һәм ҡайнар һыу менән болғатып, йоҡлар алдынан эсеү ҙә файҙалы.

Фото: drevologia.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: