Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
11 Декабрь 2022, 21:35

Остеохондроздан дөгө кеҫәле ярҙам итер

Ҡатыу ҡалҡҡан, тиҙәр халыҡ телендә остеохондроз тураһында.

Остеохондроздан дөгө кеҫәле ярҙам итер
Остеохондроздан дөгө кеҫәле ярҙам итер

Ҡатыуҙы борон-борондан ыуып бөтөргәндәр. Ауыртыу-һыҙланыуҙы баҫыу өсөн дөгө кеҫәле ярҙам итә. Ул тоҙҙо сығара. Кеҫәлде беҙ өй шарттарында үҙебеҙ ҙә эшләй алабыҙ. Кеүәҫ бөтә организмға яҡшы йоғонто яһай. Таҙараныу, быуындарҙағы тоҙҙарҙы ҡыуыу өсөн дә һөҙөмтәле сара.
1 литр ҡайнатып һыуытылған һыуға 4 аш ҡалағы үҙегеҙ теләгән дөгө сортын (тик онтағы булырға тейеш түгел), 3 аш ҡалағы шәкәр һәм 5 ҡара йөҙөм һалабыҙ. Барыһын бергә болғатып, кеҫәлде 4 көн әсетәбеҙ. Әгәр эҫерәк урында ултырһа, 3 көн дә етә. Әсегән кеҫәлде һөҙөп, шешәгә ҡойоп, һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Яртышар стакан кеҫәлде ашағандан һуң көнөнә өс тапҡыр эсергә кәрәк.
Кеҫәлдең киләһе порцияһы тәүгеһенең ҡалдығынан эшләнә. Йәнә лә 3 аш ҡалағы дөгө, 3 аш ҡалағы шәкәр, 4 йөҙөм өҫтәйбеҙ. Шулай уҡ 4 көн төнәтәбеҙ.

Автор:
Читайте нас: