Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
17 Декабрь 2022, 19:08

Ниндәй картуф файҙалы?

Сәбәбе шул – сит илдәрҙә күптән инде “әсеп” бармаған алма, картуф уйлап табып, уны таратыу менән шөғөлләнәләр.

Ниндәй картуф файҙалы?
Ниндәй картуф файҙалы?

Израилдән килтерелгән картуф, әрсегәндән һуң тәүлек үтһә лә, ҡарайып бармай. Баҡсала үҫкәне, әрсеп тә өлгөрмәйһең, зәңгәрһыу ҡара төҫкә инә. Ҡыҙыҡ, ҡайһыһы яҡшыраҡ икән?
Сәбәбе шул – сит илдәрҙә күптән инде “әсеп” бармаған алма, картуф уйлап табып, уны таратыу менән шөғөлләнәләр. Тәбиғи шарттарҙа үҫтерелгән йәшелсә, еләкемештең ҡабығын әрсегәндә, күҙәнәктәрҙәге феноллы ҡатнаш малар реакцияға инә. Әрселгән урын һоро, ҡара һоро булып төҫөн үҙгәртә. Шуныһын иҫтә тотоу мөһим: трансгенлы аҙыҡтың зарарһыҙ икәнен ғалимдар иҫбатлаһа ла, уларҙы күпләп ҡулланыу быуындар аша һаулыҡҡа зыян килтереүе мөмкин.

Автор:
Читайте нас: