Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
4 Ғинуар 2023, 22:55

“Алма табипты бер көнгә эшһеҙ ҡалдыра”

Йөрәгегеҙ һау булһын, талсыҡмай эшләһен тиһәгеҙ, туҡланыуға айырыуса ҙур иғтибар бүлегеҙ. Бигерәк тә ҡышын, яҙын, витаминдарға ҡытлыҡ кисергәндә, уға көсөргәнеш төшә, организмдың арығанлығы тойола.

“Алма табипты бер көнгә эшһеҙ ҡалдыра”
“Алма табипты бер көнгә эшһеҙ ҡалдыра”

Йөрәгегеҙ һау булһын, талсыҡмай эшләһен тиһәгеҙ, туҡланыуға айырыуса ҙур иғтибар бүлегеҙ. Бигерәк тә яҙын, витаминдарға ҡытлыҡ кисергәндә, уға көсөргәнеш төшә, организмдың арығанлығы тойола.

1. Алма, грейпфрут, гранат
Ишеткәнегеҙ барҙыр: “Алма табипты бер көнгә эшһеҙ ҡалдыра”. Беҙҙең илдәге иң популяр емеш йөрәк өсөн ифрат файҙалы.

Алмалағы күҙәнәклектәр холестерин кимәлен түбәнәйтә, калий бүлеп сығарыу системаһы эшен әүҙемләштерә, пектин иһә организмдан зарарлы матдәләрҙе сығарыуға булышлыҡ итә.

Гранат ҡанды шыйыҡлай, атеросклероздан һаҡлай, шулай уҡ холестеринды кәметә. Грейпфрут иһә ҡан баҫымын түбәнәйтә, витаминдарға ифрат бай.

2. Һоло һәм башҡа ба­шаҡлыларҙың бутҡалары
Иртәнге ашты һоло бутҡаһынан башлау – иң яҡшы ғәҙәт, сөнки был ризыҡ йөрәкте нығыта, инфарктты иҫкәртә. Ғөмүмән, башаҡлыларҙа, төрлө ярмаларҙа витаминдар, антиоксиданттар күп, улар атеросклероз һәм ишемия кеүек сирҙәрҙән аралай.

Әммә был сифаттар бешерергә кәрәкмәгән, эҫе һыу ҡойоп ҡына әҙерләнгән иртәнге аштарға ҡағылмай, сөнки унда ярманың файҙалы ҡаты ҡабығы алына. Шуға ла ҡәҙимге ярма һатып алып бешереү фарыз.

Ҡара бойҙай ҙа ифрат фай­ҙалы. Уның составындағы рутин капиллярҙарҙың һығылмалығын һаҡлай, ҡан тамырҙары тығы­лыуын иҫкәртә.

3. Майлы балыҡ
Йөрәк өсөн күп ит ашау зыянлы булһа, балыҡты мөмкинлек сыҡҡан һайын ашау фарыз. Был бигерәк тә һөмбаш, бағыр кеүек ҡыҙыл итле; скумбрия, сельд, тунец балыҡтарына ҡағыла. Уларҙа Омега-3 кислотаһы күп: ҡан составын яҡшырта, тромбтар барлыҡҡа килеүҙән ҡурсалай.

4. Ҡуҙаҡлылар
Фасоль (ноҡот борсағы) һәм чечевица (яҫмыҡ) туҡлыҡлылығы буйынса итте алмаштыра ала, унда витаминдар, аҡһым күп. Майҙар бөтөнләй юҡ, шуға ла улар йөрәк өсөн ифрат файҙалы. Флавоноидтар иһә артериаль гипертензиянан ҡурсалай.

5. Ҡабаҡ
Составында калий күп булыу сәбәпле, ҡабаҡ организмдан зарарлы матдәләрҙе, артыҡ холестеринды сығара, ҡан баҫымын нормаға килтерә, ә бета-каротин ҡан тамырҙарын атеросклероздан һаҡлай.

Шулай уҡ сәтләүектәр, көнба­ғыш, етен майы, әсе шоколад, һа­рымһаҡ та йөрәк өсөн бик фай­ҙалы. Уларҙы сама менән ҡул­ланыу һаулығығыҙҙы яҡшыртырға, йөрәкте нығытырға ярҙам итә.

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: