Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
9 Ғинуар 2023, 21:45

Артыҡ дымлылыҡ йортҡа зыян

Тәү сиратта шуны белер кәрәк: өйҙәге дым аҫтан менә. Күп ҡатлы йорттоң – тәүгеһендә, бер ҡатлыһының подвалында йәки иҙән аҫтында үтәләй һауа йөрөү мөмкинлеге булырға тейеш.  

Артыҡ дымлылыҡ йортҡа зыян
Артыҡ дымлылыҡ йортҡа зыян

Артыҡ дымлылыҡ йортҡа зыян

Ул күпселек кирбес йорттарҙа була. Шулай уҡ төҙөлөш үҙенсәлегенә лә ҡарай: нигеҙе бейекме, һаҙмат урында ултырғанмы, ер аҫты йылғаһы үтмәйме һәм башҡалар. Артыҡ дым стеналарҙа, түшәмдә, иҙән мөйөштәрендә ҡарағусҡыл күк төҫ барлыҡҡа килтерә, йәғни күгәртә.

Тәү сиратта шуны белер кәрәк: өйҙәге дым аҫтан менә. Күп ҡатлы йорттоң – тәүгеһендә, бер ҡатлыһының подвалында йәки иҙән аҫтында үтәләй һауа йөрөү мөмкинлеге булырға тейеш. Әгәр ул мөмкинлек юҡ икән, аҫтағы барлыҡ дым өйгә күсә. Шуға күрә, йорттоң ер өҫтөндә билдәле бер бейеклектә тороуы, аҫтындағы майҙандың елләнеү мөмкинлеге булыу шарт. Өй дымланһа иң тәүҙә иҙән аҫтын ҡарарға кәрәк. Дым булһа, ел үтһен өсөн бер нисә урындан киң тишектәр эшләргә, иҙәнде еүешлектән һаҡлау сараларын күрергә кәрәк. Ҡайһы ваҡыт өй тирәләй ҡаҙылған һәм ваҡ таштар һалынған тар соҡорҙар ҙа ярҙам итә.

Ғәҙәттә баҡса йорттары өсөн түл йәйеп ҡалдырылған ике ҡат иҙән дә етә. Ә таш йәки кирбес йорттарҙа, шулай уҡ балсыҡ менән һыланған ағас биналарҙа дым тәьҫиренән һаҡлау юлдары еренә еткереп башҡарылырға тейеш. Башта – ялған иҙән (фальшпол), өҫтөнә смолалы балауыҙ ҡатламы, иң аҙаҡ ҡына иҙән һалына. Шулай уҡ цемент иҙмәһе йәйеп, тигеҙләгәс, артыҡ дымдан һаҡлай торған махсус ҡатышма һылана. Уның өҫтөнә генә иҙән йәйәләр. Был юлдар ҡиммәтле, әлбиттә. Шулай ҙа, йорт һалған ерегеҙ артыҡ дымлы булһа, баштан уҡ төҙөлөштө еренә еткереп башҡарыу зарур.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: