Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
10 Ғинуар 2023, 17:35

Матрас һайлай белергә кәрәк

Ысынбарлыҡта иһә, бер генә матрас та, карауат та умыртҡа ауырыуҙанынан дауалай алмай. Улар бары тик профилактика ғына.  

Матрас һайлай белергә кәрәк
Матрас һайлай белергә кәрәк

Хәҙер мебель магазиндарында умыртҡаны кәкерәйеүҙән һаҡлаусы махсус матрастар күпләп һатыла. Ләкин уларға артыҡ ҙур өмөттәр бағаларға ярамай: ул – етештереүселәр уйлап сығарған нәмә. Ысынбарлыҡта иһә, бер генә матрас та, карауат та умыртҡа ауырыуҙанынан дауалай алмай. Улар бары тик профилактика ғына. Ауырыуҙан һаҡланыу өсөн дөрөҫ матрасты һайлай белергә кәрәк.

Уның тейешле киңлеген һәм оҙонлоғон һайлағанда, арҡағыҙға ятығыҙ ҙа, ике ҡулығыҙҙы йоҙороҡлап эсегеҙгә ҡуйығыҙ. Терһәгегеҙҙән матрас ситенә тиклем ара 15 сантиметрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Оҙонлоҡ буйынса ла уның артыҡ өлөшө баш яғынан да, аяҡ яғынан да 20 см-ҙан кәм булмаһын. Табиптар ауырлығы 90 килонан артыҡ кешеләргә махсус һығылмалы бүлемдәр менән көсәйтелгәнен һайларға кәңәш итәләр. Әгәр ике йәки унан күберәк урынлыһын һайлайһығыҙ икән, кәүҙә ауырлығы төрлө булһа, бер-береһенә тоташмаған, һығылмалы бүлемле өлөштәрҙән торған матрастар алығыҙ.

Матрастың бар өлөштәре лә тәбиғи сеймалдан эшләнгәнме икәнен һатыусынан ныҡлап белешегеҙ. Көн һайын 8-әр сәғәт төрлө химикат мәтдәләр һулап ятырға бер кемдең дә теләге юҡтыр. Умыртҡа һөйәгенең өҫкө өлөшөндә ауыртыуҙар борсоһа матрастың ҡатыһын алырға кәрәк. Әгәр инде билегеҙ ауырта икән, киреһенсә, ҡатыға ятырға ярамай.

Яңы матрас оҙағыраҡ хеҙмәт итһен өсөн тәүге ярты йылда уны кәмендә аҙнаға ике тапҡыр әйләндереп торор кәрәк. Унан һуң инде 2 – 3 айға бер әйләнтерергә, таҙартып, ҡағып торһаң да ярай.

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: