Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
10 Ғинуар 2023, 10:25

Тура ултыр!

Сколиоз булыу-булмауҙы нисек белергә һуң?

Тура ултыр!
Тура ултыр!

Кем генә балаһының матур буй-һынлы булып үҫеүен теләмәй икән. Шуға ла йыш ҡына, тура ултыр, юғиһә арҡаң бөкрө буласаҡ, тип киҫәтеп торабыҙ. Билдәле, һын-кәүҙәнең матурлығы хаҡында ваҡытында ҡайғыртырға кәрәк,  йәш организм формалашҡан ваҡытта барыһын да теүәл үтәү мөһим.

Әммә баланы нисек кенә төҙ күрергә теләһәк тә, идеаллыҡҡа бер нисек тә өлгәшеп булмай. Умыртҡа бағанаһының аҙ ғына  тайпылышы хатта норма һанала. Ул йөрөгән, йүгергән, һикергән саҡта кәүҙә хәрәкәттәрен еңеләйтә. Иң мөһиме – норманан тайпылыш бөкрәйеүгә йәки сколиоз башланыуға сәбәпсе булмаһын.

Сколиоз ул – умыртҡалыҡтың, һөйәк һәм мускул туҡымаларын үҙгәртеп, кәүҙәнең кәкрәйеүе. Балаларҙа кәүҙә төҙөклөгө боҙолғанда, ғәҙәттә, бер яҡта мускул тонусы арта.

 Сколиоз һәр бишенсе сабыйҙа бар. Ҡыҙҙар аҙыраҡ хәрәкәтләнгәнгә, уларҙа йышыраҡ осрай. Был ауырыу башланыу өсөн иң ҡурҡыныс ваҡыт булып әле организм  формалашып бөтмәгән 10-дан 14 йәшкә тиклемге осор һанала. Яҙыу өҫтәлендә оҙаҡ ултырыу умыртҡа бағанаһы өсөн эҙһеҙ үтмәй.

Сколиоз булыу-булмауҙы нисек белергә һуң? Балағыҙ сисенеп, ҡулдарын төшөргән һәм аяҡ табандарын бергә ҡуйған хәлдә һеҙгә арҡаһы менән боролоп баҫһын. Ҡолаҡтың береһе икенсеһенән бейегерәк икән, тимәк, умыртҡа бағанаһы менән проблема бар. Был – муйын сколиозы күрһәткесе. Икенсеһе – елкәләрҙең, ҡалаҡ һөйәктәренең төрлө бейеклектә булыуы һәм уларҙың төрлөсә ҡабарып тороуы йәки башҡа тайпылыштар.

Әлбиттә, был кәмселектәрҙән ҡотолоу юлы бар. Ул – спорт менән дуҫ булыу. Мәҫәлән, көн дауамында йөҙтүбән йәки арҡала 15 минут дауамында бер нисә тапҡыр ятып алыу зарур. Билдәле, ашағандан һуң түгел. Был умыртҡалыҡҡа ял итергә мөмкинлек бирә.

Ваҡыт-ваҡыт турникта көстән килгән тиклем  аҫылынып тороу ҙа файҙалы. Әммә был саҡта тартылырға ла, һелкенеп алырға ла ярамай. Баланың унан һикереп түгел, ә аяҡ остарына баҫып, әкрен генә төшөүе зарур.

Ултырған йәки баҫҡан килеш ҡулдарҙы терһәктән бөгөргә һәм артҡа ҡайырып ҡалаҡ һөйәктәрен тоташтырырға тырышырға кәрәк. Шул саҡта арҡала нимәнеңдер "шырт"итеп ҡалыуы ихтимал. Был ҡурҡыныс түгел. Умыртҡалыҡта тайпылыштар булғанда, был күнегеүҙе ике-өс аҙна дауамында көнгә һигеҙ – ун тапҡыр эшләргә кәрәк. Унан ике-өс аҙна ял итеп алырға була.

Нәрисә ЙӘРМИЕВА,

балалар табибы.

Фото: media-digital.ru

Автор:
Читайте нас: