Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
24 Ғинуар 2023, 21:30

Был ауылда өй беренсә ҡул эше оҫталары йәшәй

Клубта үткән бер генә сара ла уларһыҙ уҙмай, ваҡыт еткереп етешһеҙлектәрҙе төҙәтешергә лә өлгөрәләр. Электр сәйгүн боҙолғайны - Зәйтүнә еңгә алып ҡайтып та китте, розетка эшләмәй ине - Әхмәҙғәле ағай йүгереп килеп тә етә... Теге кәрәк, был кәрәк - һис борсолорға түгел - йәһәтләп килтереп тә еткерәләр.

Был ауылда өй беренсә ҡул эше оҫталары йәшәй
Был ауылда өй беренсә ҡул эше оҫталары йәшәй

Ишембай районы Аҙнай ауылынан Зәйтүнә менән Әхмәҙғәле НАСЫРОВТАР. Улар менән Аҙнай клубы мөдире Рәйфә Иманғолова таныштыра:

- Беҙҙең бәләкәй генә ауылда өй беренсә ҡул эше оҫталары йәшәй, әммә айт тигәнгә тайт тип йәшәүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Ошондай ғаиләләрҙең береһе - Зәйтүнә менән Әхмәҙғәле Насыровтар.
Икеһелә егәрле, икеһелә уңған, тик тормаҫ кешеләр!

Зәйтүнә еңгә бәйләм, селтәр бәйләргә оҫта булһа, Әхмәҙғәли ағай ағас эшенә маһир, тип яҙа башланымда аптырап ҡалдым. Бар эшкә лә булдыҡлылар улар! Баҡса үҫтереү оҫталыҡтары ла, ҡош-ҡорт үрсетеү ҙә - уларҙың яратҡан шөғөлө.

Зәйтүнә еңгә балаҫ һуға торған станок күреп тә ҡала, Әхмәҙғәли ағай эшләп тә биргән! Быйыл уларҙың күп ваҡыты ошо станок артында уҙа.
Хатта йоҡо алмағанда ла тороп балаҫ һуға башлайым, ти Зәйтүнә еңгә.

Клубта үткән бер генә сара ла уларһыҙ уҙмай, ваҡыт еткереп етешһеҙлектәрҙе төҙәтешергә лә өлгөрәләр. Электр сәйгүн боҙолғайны - Зәйтүнә еңгә алып ҡайтып та китте, розетка эшләмәй ине - Әхмәҙғәле ағай йүгереп килеп тә етә... Теге кәрәк, был кәрәк - һис борсолорға түгел - йәһәтләп килтереп тә еткерәләр.

Уларҙың тырыш, өлгөр ғаиләһенә һоҡланмау мөмкин түгел. Эшләргә лә, ял итергә лә маһирҙар Насыровтар!

Сығанаҡ: "Торатау"

Автор:
Читайте нас: