Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Файҙалы кәңәштәр
25 Февраль 2023, 07:40

Гөл тиҙерәк тамырланһын өсөн

Әммә ҡайһы ваҡыт тамырҙары матур ғына киткән үҫенте лә ергә ултыртҡас үҫә алмай йә иһә бөтөнләй үлә. Былай булмаһын өсөн бер ысул ҡулланырға мөмкин.

Гөл тиҙерәк тамырланһын өсөнГөл тиҙерәк тамырланһын өсөн
Гөл тиҙерәк тамырланһын өсөн

Яҙ көнө күптәребеҙ гөлдәр утырта башлай. Гөл тиҙерәк тамырланһын өсөн уны һыуға тығып тороу күренеше бар.

Әммә ҡайһы ваҡыт тамырҙары матур ғына киткән үҫенте лә ергә ултыртҡас үҫә алмай йә иһә бөтөнләй үлә. Былай булмаһын өсөн бер ысул ҡулланырға мөмкин.

Үҫенте не, ғәҙәттәгесә, тамыр ебәрһен тип һыуға тығып ҡуябыҙ. Тамырҙар күренә башлағас, һауытҡа бер ҡашыҡ ер һалабыҙ. Тәүлек эсендә тамырҙар аҙ булһа ла ерҙәге микроэлементтарҙы “йотасаҡ”. Икенсе көндө тағын бер ҡашыҡ...

Шулай көн һайын эшләргә. Һауыттағы ер һаҙлыҡты хәтерләтә башлаясаҡ. Шуңа ла һауыттың аҫтында тишек яһарға кәрәк. Тупраҡты һауыт тулғансы һалырға кәрәк. Тамырҙар нығынғандан һуң үҫентене ҙурыраҡ һауытҡа күсерергә лә була.

Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас