Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Файҙалы кәңәштәр
11 Марта 2023, 07:10

Быуындар һыҙлаһа

Кипкән әрем аптекала ла һатыла. 

Быуындар  һыҙлаһаБыуындар  һыҙлаһа
Быуындар һыҙлаһа

Бер литрлыҡ банкаға онталған бер ҡап әремде һалып, өйөгөҙҙә булған үҫемлек майын тултырғансы ҡойоғоҙ.

Был әремле майҙы ҡояшлы тәҙрә төбөнә ултыртып ҡуйығыҙ. Мәле менән һелкетеп-һелкетеп алырға онотмағыҙ. 40 көндән һуң әрем майы әҙер була. 

Был майҙан тубығығыҙға, арҡағыҙға, һыҙлаған ҡулығыҙға компресс эшләгеҙ. 2-3 тапҡыр ошолай иткәндән һуң һыҙланыуҙар баҫылыр. 

Әйткәндәй, был май шулай уҡ аллергиянан да ярҙам итә. Сыҡҡан сабыртма урынын майлағыҙ. 

Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ! 

Фото: ирекле сығанаҡ.

 

Автор:
Читайте нас