+22 °С
Ямғыр


Үҫемлек майын ҡайҙа һаҡларға?
Магазинда үҫемлек майы, ғәҙәттә, кәштәләрҙә һаҡлана. Шуға ла күп хужабикәләр өйҙә лә үҫемлек майын шкафта тота, әммә был килеш һауытты асҡансы ғына һаҡларға мөмкин.
Асылған шешәне һыуытҡысҡа ҡуйырға кәрәк. Үҫемлек майын — 4 ай, көнбағыш майын 2 ай һаҡлап була. Дөм ҡараңғы урында торорға тейеш: ҡояш нурҙары тәьҫирендә уның витаминдары тарҡала, файҙаһы кәмей.