-2 °С
Ҡар
Бына бер ай инде Ишембай районының Иҫәкәй ауылында ниндәйҙер йәнлек ҡош-ҡортто ҡыра. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, бер нисә аҙна эсендә ул йөҙҙән ашыу тауыҡтың башына еткән.
"Тәүҙә эт тип уйлағайныҡ, ләкин бөгөн эҙҙәрен күрҙек, эт түгел шул», - ти иҫәкәйҙәр.
Ҡайһы берәүҙәр был чупакабраның эше тип иҫәпләй, ә күптәр тауыҡтар йәтсәнең ҡорбаны булған тигән фекерҙә. Уларға Гүзәл Байғужина исем-шәрифле ханым: "Көҙән тигән йәнлек ауылда беҙҙең дә шулайтып тауыҡтарҙы ҡырҙы, беҙ ул көҙәнде тотоп алдыҡ, ингән ерен күреп ҡалып, шул ергә ҡапҡан ҡорҙоҡ", - тигән.
Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар